

Бурҙар кеше талауҙың яңынан-яңы ысулдарын уйлап табын ҡына тора – “Үҙәк банктағы” “хәүефһеҙ иҫәптәр” менән бурҙар кешенең аҡсаһын урлауҙың яңы схемаһын булдырған.
Бурҙар, үҙҙәрен финанс разведкаһы йәки полиция хеҙмәткәрҙәре тип таныштырып, мессенджерҙа потенциаль ҡорбан менән бәйләнешкә сығалар. Улар кешене, йәнәһе лә, шәхси мәғлүмәттәре һәм карталарының реквизиттары элекке эш урынынан ситкә сығарылған, хәҙер ул мәғлүмәттәр менән енәйәти эшмәкәрлекте финанслау өсөн ҡулланыуҙары ихтимал, ә бының өсөн енәйәт эше асыла, тип ышандыралар.
Рәсәй Федерацияһы Банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банкының - бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, кешеләрҙең аҡсаларын “ҡотҡарыу” өсөн аферистар тиҙ арала Үҙәк банкта төп иҫәпте яңыртыуҙы талап итәләр. Бының өсөн ҡорбандарына банкоматҡа барып, иҫәбендәге барлыҡ аҡсаларын алырға һәм икенсе аппарат аша үҙҙәре әйткән иҫәп реквизиттарға индерергә ҡушалар.
Төрлө банкоматтар араһында йөрөүҙе мутлашыусылар операцияның юғары ышаныслылығы һәм серлелеге тип аңлаталар. Йәнәһе лә, средствоны теге иҫәпкә күсергәс, аҡсалар шунда уҡ хужаларының иҫәбенә кире әйләнеп ҡайталар. Ә, дөрөҫөндә, аҡсалар енәйәтселәр контролдә тотҡан иҫәптәргә күсә. Бынан һуң бурҙар менән ҡорбан араһында бәйләнеш өҙөлә.
“Уяу булығыҙ һәм, кемдән генә килһә лә, бындай шылтыратыуҙарға һәм хәбәрҙәргә ышанмағыҙ. Үҙегеҙҙең шәхси һәм финанс мәғлүмәттәрегеҙҙе бер кемгә лә асмағыҙ. Рәсәй Банкы хеҙмәткәрҙәре лә, дәүләт ведомстволары хеҙмәткәрҙәре лә кешеләрҙе телефон аша уларҙың иҫәбе буйынса ниндәйҙер аҡсаға бәйле операциялар эшләргә саҡырмай.
Банктарҙың ысын хеҙмәткәрҙәре клиенттарҙан икенсе кешеләргә тапшырыу өсөн иҫәптәренән аҡса алыуҙы йәки банкомат аша ниндәйҙер иҫәпкә индереүҙе талап итмәй. Бынан тыш, йыйынтыҡ аҡсаларҙы һаҡлау өсөн күсереүгә тәғәйенләнгән “махсус” йәки “хәүефһеҙ” иҫәптәр юҡ, шул иҫәптән Үҙәк Банкта ла”, - тип хәбәр итәләр рәсми сығанаҡтан.
“Башинформ” алдараҡ бизнесмендың 50 миллион аҡсаһын нисек урлауҙары хаҡында ла хәбәр иткәйне.
Хөрмәтле ватандаштар! Бурҙарға ышанмайыҡ, аҡсаларыбыҙҙың уларҙың ҡулына эләгеүенә юл ҡуймайыҡ! Уяу булайыҡ!
"Башинформ" мәғлүмәттәре файҙаланылды.
Фото: Ксения Калинина | Башинформ