Йәмғиәт
16 Июля , 09:20

Һыу баҫыу ихтималлығы бар, тип хәбәр итәләр...

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 16-20 июлдә төбәктә урыны менән һыуҙың туғайға сығыуы, түбән урындарҙы һыу баҫыуы көтөлә.

Һыу баҫыу ихтималлығы бар, тип хәбәр итәләр...Һыу баҫыу ихтималлығы бар, тип хәбәр итәләр...
Һыу баҫыу ихтималлығы бар, тип хәбәр итәләр...

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 16-20 июлдә төбәктә урыны менән һыуҙың туғайға сығыуы, түбән урындарҙы һыу баҫыуы көтөлә.

«Әгәр һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған ерҙә йәшәһәгеҙ, ҡиммәтле әйберҙәрҙе, документтарҙы һәм аҙыҡ-түлек запастарын өҫкө ҡатҡа йәки бейегерәк урынға күсереп ҡуйығыҙ. Тышта йөрөгәндә һелкенеп торған ҡоймаларҙы һәм ағастарҙы урап үтегеҙ, өҙөлгән электр сымдарына яҡын килмәгеҙ. Һаҡ булығыҙ!» — тип иҫкәрттеләр ведомствола.

“Башинформ”дан.

Автор:
Читайте нас