

Йәшен көтмәгәндә ҡапыл атыуы ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ошо уңайҙан кәңәштәр еткерә.
Йәшен ваҡытында төп ҡағиҙәләр:
- өйҙә: тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе ныҡ итеп ябығыҙ, электр приборҙарын розеткаларҙан алығыҙ, телефон ҡулланмағыҙ;
- урамда: яңғыҙ ағастар, бейек металл конструкциялар аҫтында һәм автобус туҡталыштарында йәшенмәгеҙ;
- машинала: ағастарҙан алыҫтараҡ юл ситендә туҡтағыҙ, тәҙрәләрҙе ябығыҙ, антеннаны төшөрөгөҙ һәм салонда ултырығыҙ;
- һыу ятҡылығы янында: шунда уҡ һыуҙан сығығыҙ һәм ярҙан мөмкин тиклем алыҫыраҡ китегеҙ, сөнки һыу токты бик яҡшы үткәрә;
- урманда: ҡуйы ботаҡлы тәпәш ағастарға һыйынығыҙ
Ашығыс хеҙмәттәрҙең берҙәм телефон номеры — 112.
Сығанаҡ: https://vk.com/burzyanadm13