Йәмғиәт
16 Июля , 10:10

Беренсе секретарь Аллаяров ни өсөн эшләпәне сисергә ҡушҡан?

...Йәйләүгә күскән бер эпизод фотоһүрәт һымаҡ ҡына хәтерҙә ҡалған. Трактор санаһына борт эшләнгән һәм унда йәш быҙауҙар тейәлгән. Беҙҙең ҡаралтыларҙы, һауыт-һабаларҙы, ризыҡтарҙы башҡа трактор санаһынамы, арбаһынамы тейәнеләр. Әсәйем, юлда ла күҙ-ҡолаҡ булып, үҙе ҡараған быҙауҙар менән бергә барырға тейеш булып сыҡты. Ә мин, ҡарышҡырым әйләнеп, әсәйҙән айырылып, теге тракторға ултырманым. Ахыры, мине быҙауҙар тейәгән тракторҙың кабинаһына ултырттылар. Сөнки сана тулы йәш быҙауҙар, унда ултырырға урын юҡ. Әсәйем трактор санаһының иң артында таҡтанан эшләнгән бортҡа тотоноп баҫып килә. Мин уға тракторҙың артҡы тәҙрәһенән ҡарап ҡул болғап-болғап алам. Туҡтауһыҙ шымшыҡлап торған ямғырҙа күшеккән әсәйем дә миңә ҡарап күңелһеҙ генә йылмайғандай була. Үҙенең башындағы яулығы аҫтынан еүеш сәстәре килеп сыҡғып битенә йәбешкән, йонсоу йөҙө буйлап тамсылар һуҙылған. Нисә сәғәт буйы шулай күшегеп, аяғөҫтө килеш хужалыҡ быҙауҙарын ҡарап барған әсәйемде йәлләр кеше булмағандыр инде...

Беренсе  секретарь Аллаяров ни өсөн эшләпәне сисергә ҡушҡан?Беренсе  секретарь Аллаяров ни өсөн эшләпәне сисергә ҡушҡан?
Беренсе секретарь Аллаяров ни өсөн эшләпәне сисергә ҡушҡан?

Башҡорт әүәлдән йәйен – йәйләүҙә, ҡышын ҡышлауҙа йәшәгән. Шул ҡан хәтереме, йәй етһә, күңел тәбиғәткә ынтыла. Беҙ үҫкәндә колхоз-совхоздар гөрләп эшләп торҙо, һауынсылар, малсылар йәйгеһен йәйләүгә күсә ине. Әсәйем быҙау ҡараусы, һауынсы булып эшләгәндә беҙҙең дә йәйләүҙә йәйләгәнебеҙ булды.

Йәйләүгә күскән бер эпизод фотоһүрәт һымаҡ ҡына хәтерҙә ҡалған. Трактор санаһына борт эшләнгән һәм унда йәш быҙауҙар тейәлгән. Беҙҙең ҡаралтыларҙы, һауыт-һабаларҙы, ризыҡтарҙы башҡа трактор санаһынамы, арбаһынамы тейәнеләр. Әсәйем, юлда ла күҙ-ҡолаҡ булып, үҙе ҡараған быҙауҙар менән бергә барырға тейеш булып сыҡты. Ә мин әсәйҙән айырылып, теге тракторға ултырманым – ҡарыштым. Ахыры, мине быҙауҙар тейәгән тракторҙың кабинаһына ултырттылар. Сөнки сана тулы йәш быҙауҙар, унда ултырырға урын юҡ. Әсәйем трактор санаһының иң артында таҡтанан эшләнгән бортҡа тотоноп баҫып килә. Мин уға тракторҙың артҡы тәҙрәһенән ҡарап ҡул болғап-болғап алам. Туҡтауһыҙ шымшыҡлап торған ямғырҙа күшеккән әсәйем дә миңә ҡарап йылмайған була. Үҙенең башындағы яулығы аҫтынан еүеш сәстәре килеп сыҡҡан, йонсоу йөҙө буйлап тамсылар һуҙылған. Нисә сәғәт буйы шулай күшегеп, аяғөҫтө килеш хужалыҡ быҙауҙарын ҡарап килгән әсәйемде йәлләр кеше булмағандыр инде...

Йәнә бер эпизод күҙ алдында (ҡайһы бер ерҙәрен әсәй хәтеренә төшөрөп, һөйләгәйне). Беҙ йәйләгән Өсөнсө завод йәйләүенә йыйылыш үткәрергә партия райкомының беренсе секретары Аллаяров килгән. Хәйер, уның кем булыуы артыҡ хәжәт түгел ине беҙгә – йәйләү балаларына, ситтән кемдеңдер булһа килеүе – ҙур ваҡиға йәйләүҙә. Йәйләүҙә көн күреүсе малсылар булған ғына арыуыраҡ кейемдәрен кейеп, өйҙәрҙән өҫ яҡтараҡ сиҙәмгә теҙелеп ултырҙы. Айыу бейетәләрме инде, балалар ҙа ҡалманы – барлы-юҡлы таҙа күлдәктәрҙе кейгән булыр ата-әсәйҙәрҙең артына ултырҙыҡ. Йәй буйы урман араһында кеше күрмәй, ҡырағайға әйләнә яҙған балаларға һәйбәт машинала килгән матур кейемле кешеләрҙе күреү үҙе бер концертҡа тиң булғандыр инде.

Аллаяровҡа ҡулдан әтмәләнгән ағас өҫтәл ишараты менән ағас ултырғыс ҡуйғандар. Уны ҡайҙан тапҡандарҙыр. Сөнки беҙ йәшәгән избункаларҙа ингәс тә уңда тимер мейес, ҡаршыла бәләкәйерәк тәҙрә һәм уның тапҡырында иҙәнгә беркетелгән таҡта өҫтәл. Өҫтәлдең ике яғында ике урындыҡ. Ишектән ингәс тә һул яҡта кейем-һалым кәштәһе. Йәнә урындыҡ тапҡырында кейем өсөн урҙа ла бар – бөтә арыуыраҡ кейем-һалым шунда эленгән. Тимер мейестең аръяғында ла арлы-бирле әтмәләнгән кәштә ишараты. Унда сынаяҡ-фәлән һаҡлана. Булған ғына ризыҡтар ҡағыҙ йәшниктәрҙә мейес яғындағы урындыҡ мөйөшөндә йәки урындыҡ аҫтында.

Йыйылышта ололарҙың нимә тураһында һөйләшкәндәрен аңламайым, миңә күңелһеҙ. Етмәһә, көн ныҡ эҫе. Әсәй тыйып ҡарай, тик минең улай хәрәкәтһеҙ ултырғым килмәй. Нимә менән булышырға белмәй тызандаған саҡта алдараҡ ултырған көтөүсе бабайҙың эшләпәһе күҙгә эләкте. Бабайға рәхәттер инде, битенә ҡояш та төшмәй. Ә минең кәрәкте бирә генә ҡояш апай. Оҙаҡ уйлап торманым, ипләп кенә барып тегенең эшләпәһен систереп алып, башыма кейҙем дә ҡуйҙым. Сөнки ул көн дә күреп йөрөгән таныш бабай. Барыбер әрләмәй. Йәйләүҙә бит бер ғаилә һымаҡ йәшәйһең. Ул арала Аллаяров докладын туҡтатып, әҙерәк тамағын ҡыра биреп торғас:

-Баланан баш кейемен алығыҙ! – тигән әмер бирҙе. Уңайһыҙланып киткән әсәйем ҡалпаҡты минең баштан һыпырып алырға маташа, ә мин ике ҡулым менән матҡып йәбешеп алғанмын, систермәйем. Еңмешләнеп, шарылдай уҡ башлағас, әсәй ҡулын алып, кире урынына ултырҙы. Тик беренсе секретарь тағы  ҡабатланы:

-Баланан баш кейемен алығыҙ, зинһар өсөн!

Инде эшләпәне ике яҡтан ҡулым менән матҡып тотҡан килеш ситкә ҡастым. Тоторһоғоҙ ҡойроғомдо!

Аҙаҡ әсәйгә һүҙ эләккәнмелер-юҡмы, тарих был турала бер нәмә лә хәтерләмәй...

Ниңә беренсе секретарь миңә сит кешенең эшләпәһен кейҙерергә теләмәгән икән тиһегеҙме?

Уның үҙ сере бар. Бабайҙың (ул ваҡытта бабай ҙа булмаған инде ул) башына нимәлер сыҡҡан булғанмы, тире ауырыуы булғанмы... (Уныһын бер әсәй әйтә биреп ҡуйғайны). Бәлки, йоғошло сир булғандыр инде. Шуны белгән Аллаяров баланы был сир йоғоуҙан һаҡларға маташҡан булып сыҡҡан.

Икенсе яҡтан алғанда, беренсе секретарь ҡалай иғтибарлы булған – ябай эшсенең сәләмәтлеге хаҡында ла белгән, баланың уның баш кейемен кейгәнен дә аңғарып торған.

Йәйләүҙә көнө буйы тәбиғәттә яланаяҡ уйнап, өй алдындағы ризыҡ бешерелгән усаҡ тирәһендә ҡоромға буялып, эргә-тирәлә еләк-емеш эҙләп ашап, муйыл бешкәс, муйыл ағасының башынан төшмәй, эҫе көндәрҙә аҫтағы теш ҡамашырлыҡ һыуыҡ Төпәрғоҫ шишмәһе һыуында һыу инеп, бына, исмаһам, ысын сынығып үҫкәнбеҙ. Әсәйҙәрҙең беҙҙең һәр аҙымыбыҙҙы тикшереп ултырырға ваҡыты ла булмаған инде. Бөтә эш ҡул менән башҡарылды бит. Әсәйҙең, аҡса күберәк булһын типтер инде, һауынсы булып та йөрөгәне иҫтә. Йәш быҙау эҫегә лә, һыуыҡҡа ла бирешә һалып барыусан. Уларҙы ла бала һымаҡ ҡарарға кәрәк. Быҙауҙарҙы йәш үләнгә сығарып, әсәйгә уларҙы көтөшөп йөрөгән саҡтар ҙа иҫтә. Эҫелә сәнскәктәп сығып китһәләр, алдарына сығырмын, тимә инде.

Йәйҙәр етеп, йәйләү миҙгелдәре иҫкә төшһә, ошо үрҙәге ваҡиға күҙ алдына килеп баҫа...

Т. Баһауетдинова.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас