Йәмғиәт
15 Июля , 03:55

Августан пенсиялар арта

1 августан пенсионерҙарҙың өс категорияһы пенсияларына өҫтәмә аласаҡ. Айырыуса тупланма өлөштө алыусылар ҡыуанасаҡ.

Августан пенсиялар артаАвгустан пенсиялар арта
Августан пенсиялар арта

Һүҙ эшләп йөрөүсе пенсионерҙар, тупланма пенсия алыусылар  һәм 80 йәштәре тулғандар тураһында.

Айырыуса тупланма өлөштө алыусыларға уңыш йылмаясаҡ – уларҙың түләүҙәре 20 процентҡа тиерлек артасаҡ. Ә, мәҫәлән, эшләп йөрөүсе пенсионерҙарға өҫтәмә 470 һумдан артмаясаҡ.

Эшләп йөрөүсе пенсионерҙар. 1 августан Социаль фонд эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияларын автоматик рәүештә ҡайтанан иҫәпләйәсәк.  Максималь өҫтәмә өс пенсия коэффициенты менән сикләнгән. 2026 йылдағы балл хаҡы (156 һум 76 тин) иҫәпкә алынып, эшләп йөрөгән пенсионерҙарға максималь өҫтәмә 470 һум 28 тин тәшкил итәсәк. Ҡайтанан иҫәпләү автоматик рәүештә башҡарыла, ғариза яҙыу талап ителмәй.

Пенсияның тупланма өлөшөн алыусылар. 1 августан тупланма пенсиялар ҙа ҡайтанан иҫәпләнә. Был осраҡта ла ғариза яҙыу кәрәкмәй. Өҫтәмәнең күләме тупланма өлөш ҡайҙа булыуына бәйле. Әгәр тупланма Социаль фонд идаралығында икән – өҫтәмә 17,3 процент.  Өҫтәмә финанслау (софинансирование) программаһында ҡатнашыусылар, әсәлек (ғаилә) капиталын ҡулланыусылар йәки үҙаллы иғәнә индереүселәр өсөн – өҫтәмә 19, 3 процент.

80 йәштәре тулған пенсионерҙар. Июлдә 80 йәштәре тулған пенсионерҙар августан икеләтә фиксацияланған түләүҙәр (күләме 19 169, 38 һум) ала башлаясаҡ.  Өҫтәмә автоматик рәүештә тәғәйенләнә һәм пенсияның страховка өлөшөнә генә ҡағыла. Июлдә инвалидлыҡтың беренсе төркөмө билдәләнгән граждандар ҙа ошондай уҡ өҫтәмәгә хоҡуҡлы.

“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Фото: Андрей Старостин | архив ИА Башинформ

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас