

Баймаҡта, Магнитогорск — Ира юлының 126-сы саҡрымында булған юл-транспорт ваҡиғаһында дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән. Шул иҫәптән һигеҙ йәшлек бала һәләк булған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһынан.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 13 июлдә киске сәғәт 11 тирәһендә «Лада Веста»ның 25 йәшлек водителе Сибай яғына китеп барғанда ҡаршыға килгән «Лада Ларгус» менән бәрелешкән.
Ике водитель, шулай уҡ «Ларгус»тың 8 һәм 34 йәшлек пассажирҙары һәләк булған. 5 йәшлек ҡыҙыҡай төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Хөрмәтле водителдәр! Юлдарҙа мөмкин тиклем иғтибарлыраҡ һәм башҡаларға ихтирамлыраҡ булайыҡ, үҙебеҙҙе һәм бер-беребеҙҙе һаҡларға тырышайыҡ. Барыбыҙға ла имен юлдар насип булһын!
“Башинформ”дан.
Фото: видеонан скриншот | Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы