

Бөгөн район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин үткәргән сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмәлә, ғәҙәттәгесә, райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл ҡаралды.
-Ауыл биләмәләрендә барған төҙөкләндереү эштәренә килгәндә, таҙалыҡ һәм тәртип мәсьәләһенә йәнә бер туҡталабыҙ. Һәр ойошма, шәхси хужалыҡ үҙҙәренең биләмәләрен таҙалыҡта һәм тәртиптә тотҡанда ғына был эш ыңғай барасаҡ. Тәртип һәр кешенең үҙенән башлана. Эргә-тирәләге ҡый үләндерен даими сабып торорға кәрәк, урмандарҙа, юл ситтәрендә, ауыл урамдарында сүп-сар ҡалдырмағыҙ.
Талпандарға бәйле хәл актуаль булып тора. Миҙгел башынан үҙәк район дауаханаһына талпан ҡаҙалыуы буйынса 92 кеше мөрәжәғәт иткән. Һаҡ булығыҙ!
Һайлауға әҙерлек барышы буйынса эштәре буйынса һорау ҡаралды. Төп маҡсатыбыҙ — тауыш биреү процесын хәүефһеҙ ойоштороуға тейешле шарттар булдырыу.
Район халҡын һыу ингәндә хәүефһеҙлек ҡағизәләрен теүәл үтәргә саҡырам. «Купание запрещено» билдәһе торған ерҙәрҙә һыуға инеү ҡәтғи тыйыла. Көндәр эҫе тора, һыу буйында балаларҙың ҡарауһыҙ, яңғыҙ йөрөү осраҡтары йышайҙы. Ошо йәһәттән ата-әсәләрҙең балаларына ҡарата иғтибарын көсәйтеүен теләр инем. Балаларҙы һыу буйына үҙҙәрен яңғыҙ ебәрмәгеҙ, һыуҙа ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы бәлә-ҡазаларҙан һаҡлағыҙ!
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – тине район етәксеһеhttps://vk.com/ramilabdullinburzyan