Йәмғиәт
13 Июль , 10:30

Радий Хәбиров табиптарҙың тупаҫлығын тәнҡитләне

“Әйҙәгеҙ, быны (тупаҫлыҡты) булдырмайыҡ. Аңлайым, бәлки, кәйефегеҙ юҡтыр. Насар кәйефегеҙҙе өйҙә ҡалдырығыҙ. Һәм кешеләр менән тыныс хәлдә эшләгеҙ. Әгәр шулай булмай икән, баш табиптарҙы тура эфирҙа эштән бушата башлаясаҡмын”, - тине Радий Хәбиров йомғаҡлау һүҙендә.

Радий Хәбиров табиптарҙың тупаҫлығын тәнҡитләнеРадий Хәбиров табиптарҙың тупаҫлығын тәнҡитләне
Радий Хәбиров табиптарҙың тупаҫлығын тәнҡитләне

Радий Хәбиров ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмә ваҡытында Һаулыҡ һаҡлау министрының сығышынан һуң табиптарҙың хеҙмәтенең сифаты хаҡында фекерен әйтте.

 “Йомшаҡ итеп әйткәндә, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең ҡайһы саҡ йәнһеҙлеге, ә ҡайҙалыр хатта тупаҫлығы менән дә осрашабыҙ. Ваҡытында ярҙам ала алмаған саҡта. Беҙ һаулыҡ һаҡлау инфраструктураһына ғәйәт ҙур иғтибар бирәбеҙ. Һәм һаулыҡ һаҡлау берләшмәһе яғынан эффектҡа иҫәп тотабыҙ. Һеҙ беләһегеҙ, мин үҙебеҙҙең табиптар, шәфҡәт туташтары адресына изге һүҙҙәрҙе йәлләмәнем.  Ләкин бындай факттар, беҙ килештек, булмаҫҡа тейеш”, - тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе БР Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковскаяға был мәсьәләгә айырым иғтибар бирергә кәрәклеген әйтте. Хәҙер һәр дүшәмбе оператив кәңәшмә ваҡытында ул Айрат Рәхмәтуллиндың докладынан һуң табиптарҙың һәм кесе медицина персоналының эш сифаты хаҡында хәбәр итергә тейеш.

 “Әйҙәгеҙ, министрға туранан-тура һорау бирәйек, ә ул, үҙ сиратында, муниципалитет башлығына.   Был министрҙың яуаплылығы, районда хакимиәте башлығының һәм баш табиптың яуаплылығы”, - тине Радий Фәрит улы.

-Әйҙәгеҙ, быны (тупаҫлыҡты) булдырмайыҡ. Аңлайым, бәлки, кәйефегеҙ юҡтыр. Насар кәйефегеҙҙе өйҙә ҡалдырығыҙ. Һәм кешеләр менән тыныс хәлдә эшләгеҙ. Әгәр шулай булмай икән, баш табиптарҙы тура эфирҙа эштән бушата башлаясаҡмын”, - тине Радий Хәбиров йомғаҡлау һүҙендә.

"Башинформ" мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Фото: стоп-кадр видео | rutube

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас