Йәмғиәт
10 Июля , 10:45

Йәшәргә ярҙам иткән ижад: ике балаһы әсәһе хоббиһын яратҡан эшенә әйләндергән.

Район мәшғүллек үҙәгенең ҡатын-ҡыҙҙар клубында ҡунаҡта “Таң” гәзитендә эшләп киткән коллегабыҙ Ләйсән Әхмәтова булған. Уның үҙ эшен булдырып, кешеләрҙе ҡыуандырып йәшәүе беҙҙе бик шатландырҙы. Ул  шоколадтарҙан, кипкән емештәрҙән, сәтләүектәрҙән һәм сәйҙән татлы гөлләмә эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәткән.

Йәшәргә ярҙам иткән ижад: ике балаһы әсәһе хоббиһын яратҡан эшенә әйләндергән.Йәшәргә ярҙам иткән ижад: ике балаһы әсәһе хоббиһын яратҡан эшенә әйләндергән.
Йәшәргә ярҙам иткән ижад: ике балаһы әсәһе хоббиһын яратҡан эшенә әйләндергән.

Район мәшғүллек үҙәгенең ҡатын-ҡыҙҙар клубында ҡунаҡта “Таң” гәзитендә эшләп киткән коллегабыҙ Ләйсән Әхмәтова булған. Уның үҙ эшен булдырып, кешеләрҙе ҡыуандырып йәшәүе беҙҙе бик шатландырҙы.

Ул  шоколадтарҙан, кипкән емештәрҙән, сәтләүектәрҙән һәм сәйҙән татлы гөлләмә эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәткән.

-Мәшғүллек үҙәгендә “Берҙәм Рәсәй минең карьерам” тигән проект сиктәрендә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө сиктәрендә “Үҙемде үҙем булдырам” тигән ҡатын-ҡыҙҙар клубының сираттағы илһамлы осрашыуы үтте. Был сара Мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торған ҡатын-ҡыҙҙарҙы, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатаншыусыларҙың әсәйҙәрен һәм ҡатындарын бергә йыйҙы.

 

Сараны асып, район мәшғүллек үҙәге етәксеһе Наилә Ишкилдина ҡатнашыусыларҙың уңышлы тарихтары хаҡында бәйән итте һәм клубтың миссияһын аңлатып, былай тине:

-Ҡатын-ҡыҙҙар клубының миссияһы ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙмәт һәм тормош әүҙемлегенә, үҙ карьераһын дауам итеүгә илһам һәм импульс биреүгә йәки яңы һөнәри юлын үҙләштереүҙә ярҙам итеүгә ҡайтып ҡала.

Гөлсөм Вәлитова Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнөң килеп сығыу тарихына туҡталды һәм тормош юлдашың яғынан туғанлыҡ терминдары хаҡында аңлатты. Бынан тыш, туйҙарҙың 1 йылдан 100 йылға тиклемге арауыҡтағы түңәрәк даталары хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирҙе.

Был сараға махсус саҡырылған ҡунаҡ, Иҫке Собханғол ауылынан Ләйсән Әхмәтова үҙенең хоббиһын тотороҡло бизнесҡа әйләндереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ул кипкән емештәрҙән, сәтләүектәрҙән һәм башҡа тәбиғи ризыҡтарҙан татлы гөлләмәләр эшләй.

Тәүге эшен Ләйсән Әсә көнөнә ҡарата бөтә күңелен һалып эшләп, үҙенең әсәһенә бүләк иткән. Был идеяға ихтыяж ҙур булған - тиҙҙән даими заказ биреүселәре барлыҡҡа килгән.

Ләйсән үҙенең оҫталыҡ дәресендә сәйгә матур гөлләмәләрҙе нисек эшләү тураһында ентекләп һөйләне. Ҡатнашыусылар уның эшенә бик һоҡланды һәм үҙҙәренең яҡындарына ла ошондай күстәнәстәр эшләп ҡарарға ҡарар иттеләр. Эш барышында Ләйсән композицияның нескәлектәре, материал һәм төрөү ҡағыҙы тураһында ла мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Ижад өсөн илһам ғына түгел, деталдәргә ҙур иғтибар биреү ҙә талап ителә икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

 “Минең эшем һатып алыусыларымдың күңеленә хуш килһә, бик ҡыуанам. Был мине тағы ла яңы эҙләнеүҙәргә илһамландыра”, - ти Ләйсән. Бынан тыш, оҫтабикә һәр эштең уникаль булыуын, уларҙы клиенттарҙың һәр ҡайһыһының теләген иҫәпкә алып эшләүе тураһында ла әйтеп үтте.

Мәшғүллек үҙәге инспекторы Нурсилә Маликова был байрамдың символы булған ромашка сәскәһенән беләҙек эшләү буйынса ла оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Ҡатын-ҡыҙҙар йылы аралашыу барышында үҙҙәренең тәжрибәләре хаҡында һөйләне, һорауҙар бирҙе. Күптәре ошондай осрашыуҙарҙың үҙҙәрен яңғыҙ итеп тойоуҙан һаҡлауы һәм иртәгәге көнгә ышаныс менән ҡарарға ярҙам итеүе хаҡында белдерҙе, – тип хәбәр итәләр https://vk.com/public165617210 төркөмөндә.

P.S.: Әйткәндәй, Ләйсән Әхмәтова “Таң” гәзите редакцияһында реклама бүлегендә эшләп алғайны. Тырыш, уңған коллегабыҙ икенсе балаһынан – ҡыҙынан һуң тормошон балаларына бағышларға ҡарар итеп, эштән киткәйне. Шөкөр, юғалып ҡалмаған, үҙ юлын табып, кешеләрҙе ҡыуандырып йәшәй! Беҙ, коллегалары, быға бик шатбыҙ. Ләйсәнгә артабан да уңыштар, ғаиләһенә именлек, барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.

 

Йәшәргә ярҙам иткән ижад: ике балаһы әсәһе хоббиһын яратҡан эшенә әйләндергән.
Йәшәргә ярҙам иткән ижад: ике балаһы әсәһе хоббиһын яратҡан эшенә әйләндергән.
Йәшәргә ярҙам иткән ижад: ике балаһы әсәһе хоббиһын яратҡан эшенә әйләндергән.
Йәшәргә ярҙам иткән ижад: ике балаһы әсәһе хоббиһын яратҡан эшенә әйләндергән.
Йәшәргә ярҙам иткән ижад: ике балаһы әсәһе хоббиһын яратҡан эшенә әйләндергән.
Йәшәргә ярҙам иткән ижад: ике балаһы әсәһе хоббиһын яратҡан эшенә әйләндергән.
Йәшәргә ярҙам иткән ижад: ике балаһы әсәһе хоббиһын яратҡан эшенә әйләндергән.
Йәшәргә ярҙам иткән ижад: ике балаһы әсәһе хоббиһын яратҡан эшенә әйләндергән.
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас