Йәмғиәт
10 Июля , 13:00

Уңыш нигеҙе - берҙәмлектә

Бөгөн, 12 июлдә (йыл һайын июлдең икенсе йәкшәмбеһендә), почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Иҫке Собханғол почта бүлексәһе етәксеһе Гүзәл Колеганова менән почтаның халыҡ өсөн күрһәткән хеҙмәттәре хаҡында һөйләштек.

Уңыш нигеҙе - берҙәмлектәУңыш нигеҙе - берҙәмлектә
Уңыш нигеҙе - берҙәмлектә

“Почта хеҙмәтенең эшмәкәрлеге күп яҡлы. Гәзит-журналдар, хаттар, пенсия таратыуҙан тыш, беҙҙә халыҡ коммуналь хеҙмәттәрҙе (һалым, интернет,  электр энергияһы, һыу, сүп-сар, капиталь ремонт, кәрәҙле бәйләнеш, штраф) түләй ала. Аҡса күсереү (алыу), хаттар, посылкалар ебәреү (ҡабул итеп алыу), Авито, Озон, Вайлдберриз, страховка хеҙмәттәре эшләй. Шулай уҡ тауар, лотерея һатып алырға, “ВТБ Банк” картаһы асырға, аҡса һалырға (алырға), кредитҡа йәки кредит картаһына заявка бирергә, пенсияны “ВТБ Банк” картаһына күсерергә мөмкин.

Коллективтағы 21 кеше үҙ-ара татыу, берҙәм эшләй. Оҙаҡ йылдар үҙ һөнәрҙәренә тоғро хеҙмәткәрҙәребеҙ - Иҫке Мөсәт һәм Яңы Собханғол ауылдары почтальоны Гөлгөл Йортбағышева (46 йыл), УДПП начальнигы Нэля Шәмиғолова (30 йыл), оператор Зөлхизә Шәрәфуллина (30 йыл), почтальондар Гөлгөнә Мөфтәхетдинова (29 йыл), Филиә Сәғитова (19 йыл) бөгөн дә тырышып, эштәрен яратып башҡаралар.

Район үҙәгендә почта таратыусы Гүзәл Тренкинаның (фотола) был өлкәлә хеҙмәт итеүенә быйыл 15 йыл тула. Ул тармаҡта1978 йылдан алып (30 йыл телефонистка була) эшләй.

-Район үҙәгендә быйыл тағы бер участок өҫтәлде. Эш күләме артһа ла, эш ставкаһы кәмеү яғында. Гәзит-журналдарҙан тыш, квитанциялар, хаттар, суд, һалым, дәғүә ҡағыҙҙары, 1-се класлы, шулай уҡ 2-3 сәғәт эсендә тапшырылырға тейешле ашығыс хаттар таратам. Шулай уҡ көн һайын план буйынса әйбер һатыу ҙа йөкмәтелә. Беренсе ярты йыллыҡта “Таң” гәзитен 88 адресатҡа ташыным. Эшемде бик яратып башҡарам, өйҙә ултырыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмайым. Оҙаҡ йылдар бергә эшләгән коллегаларым менән бер ғаилә кеүекбеҙ.

Етәксебеҙ ҙә ипле, тыныс, һорауҙар килеп сыҡһа, тиҙ арала хәл итә, кәңәштәре, йылы һүҙе менән ҡеүәтләп тора, - ти Гүзәл Дамир ҡыҙы.

Иҫке Собханғол почта бүлексәһенә 10 ауыл ҡарай. Яңы Усманда Миңзәлә Мәжитова, Байғаҙыла Әсҡәт Мәхмүтов, Яңы һәм Иҫке Монасипта Миңзәлә Йомағолова, Нәбиҙә Зилә Мирасова, Тимерҙә Сөләймән Баязитов, Ғәҙелгәрәйҙә Фәйрүзә Байегетова, Кейекбайҙа, Мәндәғолда Зилә Вәлиева, Әбделмәмбәттә Альмира Маликова, Килдеғолда, Бәләкәй Ҡыпсаҡта Юнир Мөхәмәтов, Яңы Мөсәттә Алһыу Дәүләтҡужина, район үҙәгендә Гөлгөнә Мөфтәхетдинова, Филиә Сәғитова, Гүзәл Тренкина, Альбина Алтынбаева, Гүзәлиә Ишбаевалар үҙ эштәрен яуаплы атҡаралар.

Һәр айҙың 3-өнән 22-һенә тиклем районда пенсия таратыла. Нэля Шәмиғолова етәкселегендә Ғәзимә Вәлиева һәм Рушания Һырлыбаева график буйынса район буйлап пенсия тараталар. Халыҡтың 80 проценты тиерлек пенсия һәм пособиеларын ҡулаҡса менән ала.  

Аҫҡарҙа, Ырғыҙлыла почта бүлексәләре ваҡытлыса эшләмәү (почта начальниктары юҡ) сәбәпле, Ырғыҙлының почтаһын эшкәртеү беҙҙә бара. Иҫке Собханғол почта бүлексәһенә лә оператор кәрәк.

Подписка осоронда әүҙем генә эшләп алабыҙ. Быйыл киләһе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылыу яҡшы барҙы. Почтаның планы буйынса матбуғат баҫмаларына яҙҙырыу планы артығы менән үтәлде.

Почтаны адрестар буйынса ваҡытында илтеү өсөн машиналарҙың ваҡытында йөрөп тороуы мөһим. Үҙ эштәрен яратып башҡарған, тырыш коллегаларыма һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем. Иң мөһиме, донъялар тынысланһын, - ти Гүзәл Хәләф ҡыҙы.

 

Уңыш нигеҙе - берҙәмлектә
Уңыш нигеҙе - берҙәмлектә
Уңыш нигеҙе - берҙәмлектә
Автор:Ә. Юлсурина
Читайте нас