Йәмғиәт
10 Июля , 05:40

Кәбән. Мотал Рәмов. (“Ауылым мәҙәктәре” циклынан).

Еҙнәйем мәрхүм: “Ҡәйнәм, кәбәндәреңде артыҡ ҙур ҡойҙорма, бер трактор һөйрәтерлек булһын...” – тип күпме генә тыҡыһа ла, үҙ һүҙле, ҡаратырыш әсәйем йыл да үҙенсә эшләй, “алдырыуға “ырасхуты” әҙерәк булһын!” – йәнәһе. Шул арҡала үҙе менән мин дә һүҙгә килә инем. “Пацан... һинең ни эшең бар? Һин һөрәмәйһең бит... еҙнәңә ултырып ҡына йөрөйһөң...” Ҙур кәбәндәрҙе һөйрәткәндәге этлектәребеҙҙе йылы өйҙә ултырған әбей ҡайҙан белһен...

Кәбән. Мотал Рәмов. (“Ауылым мәҙәктәре” циклынан).Кәбән. Мотал Рәмов. (“Ауылым мәҙәктәре” циклынан).
Кәбән. Мотал Рәмов. (“Ауылым мәҙәктәре” циклынан).

Үрҙә телгә алынған кәбәнде алдырыуы үҙе бер бәлә булды... Элек кәбәндәрҙе, ергә ҡар яуып, сана юлы төшкәс алдыра ине һәр кем. Шуға кәбән алдырған осорҙа тракторҙарға сират өйөлөп китә, тракторсыларҙың почеты арта – үҙҙәренең туған-тыумасаһы, дуҫ-иштәре беренсе торалар бит инде! Ә башҡаларға тракторсыға көн дә инәлергә, күңелдәрен күрер өсөн “әсе” менән һыйларға, юхаларға кәрәк... Риф еҙнәйем мәрхүм тракторҙа эшләгәс, ул яҡтан проблемабыҙ булманы – ҡар яуыу менән бер көн эштән һуң килә лә, төн йоҡоһон йоҡламай, унлап кәбәнебеҙҙе ташып китә торғайны. Аллаһының рәхмәтендә булһын йәне!
Ундай көндө уҡыусы ғына булған миңә лә йоҡо эләкмәй, атайым ауырығас, еҙнәйем менән миңә йөрөргә тура килә. Иртәнсәк, йоҡома баш була алмай, дәрескә һуңлап бара, йә уны бөтөнләй ҡалдырып тора инем. Сәбәбен уҡытыусыларым да белеп бөттө: “Бесәнегеҙҙе ташып бөтә алдығыҙмы? Ярай, артта ҡалмаҫһың әле, молодцы!” – тип хуплап ҡына ҡуйырҙар ине. Беҙҙең заман уҡытыусылары уҡыусыларҙың хәленә инә, аңлай белде шул...
Еҙнәйем мәрхүм: “Ҡәйнәм, кәбәндәреңде артыҡ ҙур ҡойҙорма, бер трактор һөйрәтерлек булһын...” – тип күпме генә тыҡыһа ла, үҙ һүҙле, ҡаратырыш әсәйем йыл да үҙенсә эшләй, “алдырыуға “ырасхуты” әҙерәк булһын!” – йәнәһе. Шул арҡала үҙе менән мин дә һүҙгә килә инем. “Пацан... һинең ни эшең бар? Һин һөрәмәйһең бит... еҙнәңә ултырып ҡына йөрөйһөң...” Ҙур кәбәндәрҙе һөйрәткәндәге этлектәребеҙҙе йылы өйҙә ултырған әбей ҡайҙан белһен...
...Урынынан көс-хәл менән ҡуҙғатып алған оло кәбәнде ауырлай-ауырлай һөйрәп, трактор юлдан ары ҡуҙғалды. Еҙнәйемдең “Йөгө тулған” алмашсыһы Һиҙиәт еҙнәй, башын минең яурыныма һалып, хырылдап йоҡлай. Бәләкәй йылғала бер талай аҙапланып, ары киттек. Ҡарағаййылға үрендә юл тар ғына ағастар араһынан үтә. Тәүге ҡыҫаланда уҡ кәбәнебеҙ ике ҡайын араһына ҡыҫылды. Алға ла, артҡа ла тарттырып ҡарайбыҙ – ҡымшанмай ҙа... Еҙнәм Һиҙиәт еҙнәйҙе тракторҙан һөйрәп төшөрөп, бәргесәй башланы:
–Ҡәйнеш ныҡ арыны, йоҡлар өсөн генә ултырып йөрөйһөңмө ни? Әйҙә, тросты һөйрәш, исмаһам... – Иҫерек ир ауыҙ эсенән мығырҙауҙан үтә алмай, ә мин еҙнәмде тынысландырырға тырышам.
–Теймә инде Һиҙиәт еҙнәйгә... Ныҡ эскән бит... Йоҡлаһын!
Өс-дүрт сәғәт кәбәнде сығара алмай хитланғас, илар сиккә еткән Риф еҙнәм кабинаға инеп ултырҙы ла, папиросын ҡабыҙҙы:
–Мә, ҡәйнеш, һин дә тартып ал! Ә Һиҙей ултырып торһон ҡар өҫтөндә, арты өшөһә, айығыр, бәлки... – Берәр папирос көйрәткәс, ул бер аҙ тырысланды. – Һиҙейҙе яңғыҙың кабинаға ултырта алаһыңмы? Мин тросты кәбәндең уртаһынараҡ күтәрә торам. Яртыһын бүлеп алмайынса сығарып булмаҫ...
Ҡураныс ҡына Һиҙиәт еҙнәйҙе мин күтәреп тигәндәй кабинаға тыҡтым да, Риф еҙнәмә булышырға ашыҡтым. Ярай әле трактор бер тартҡандан кәбәнде уртаға бүлеп алды һәм беҙ ары ҡуҙғалдыҡ.
–Бөгөн кәбәндәрегеҙҙе вис ташып китермен, тигәйнем дә, булманы инде... Нисәүһен алып ҡайттыҡ?
–Һигеҙҙе.
–Ҡалғандарына тағы бер киләм инде... Яртылаш ултырып ҡалған кәбәнгә башҡалар теймәһә ярар ҙа...
Шулай итеп, 10 сәғәт буйы арып-талып, ҡайтып еттек.
Өйгә инеү менән еҙнәм ҡәйнәһенә үпкәләп алды:
–Инде улай ҙур итеп ҡойҙорһаң, кәбәндәреңде үҙең ат менән ташы, ҡәйнәм! Мин уларға бармайым да, күрмәйем дә... Уҡыу балаһы ҡәйнешем дә йонсоно...
Ошо хәлдән һуң әсәйем кәбәндәрҙе ҙур ҡойҙороуын онотоп торҙо... Тик Йылайырға күсеп барыу менән “иҫкеһен иҫенә төшөрҙө”... Ул хаҡта артабанғы яҙмаларымда яҙырмын әле...

Мотал Рәмов.

Текст һәм фото сығанағы: https://vk.com/id154563110

Автор:
Читайте нас