Йәмғиәт
10 Июль , 07:00

Байназар матур ғаиләләргә бай

Байназарҙа Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан оҙаҡ йылдар бергә матур ғүмер итеп, ишле балалар үҫтергән, бөгөнгө көндә йәш быуынға ғаилә үрнәге булып йәшәүсе ғаилә парҙарын өйҙәренә йөрөп тәбрикләгәндәр.

Байназар матур ғаиләләргә байБайназар матур ғаиләләргә бай
Байназар матур ғаиләләргә бай

-Йәшләй генә ҡауышып, матур ғүмер иткән, һоҡланғыс балалар үҫтергән парҙар күңелдә һәр ваҡыт һоҡланыу тойғоһо уята. Тормоштоң һәр һынауын да, ҡайғы-шатлығын да бергә күтәреп, ғүмер тигән һикәлтәле оҙон юлда утты-һыуҙы бергә кискән ир менән ҡатын, ҡартлыҡты сабыр ғына ҡаршылап, олоғайған көндә лә бер-береһенә рухи терәк булып тора.
Байназар ауылында ла пар ҡанатлы, һикәлтәле ғүмер юлдарынан матур атлаусы, бер - береһен ихтирам иткән, һөйгән, ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан, бер - береһенә кәрәк булып йәшәгән, ғаилә усағын һүндермәйенсә, быуындар ебен тигеҙ тотоп, матур ғаилә ҡороп балалар үҫтереүсе ғаиләләр күп. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаилә парҙарын Байназар ауыл биләмәһе хакимиәте, ветерандар советы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә, һәр яҡлап ауылдаштарына өлгөлө ғаилә булған 68 йыл бергә татыу ғүмер кисергән Ғәйнитдин һәм Бибинур Алтынбаевтарҙы, шулай уҡ биш тиҫтә йылдан ашыу бергә ғүмер итеп, һаман да һөйөү хистәрендә янған, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған бәхетле ғаилә парҙарын - Иҙрис һәм Фәрзәнә Науразбаевтарҙы (59 йыл), Фауарис һәм Хөрмә Хисмәтуллиндарҙы (55 йыл), Әнүәр һәм Сәлимә Исламғоловтарҙы (53 йыл), Рәис һәм Гәүһәр Айытҡоловтарҙы (53 йыл), Фәрит һәм Ғилминур Ишбулатовтарҙы (53 йыл), Салауат һәм Хәтирә Туҡтамышевтарҙы (52 йыл), Ғәлимйән һәм Әминә Моратшиндарҙы (50 йыл), Рифҡәт һәм Фәнүзә Хәйбуллиндарҙы (50 йыл), Рауил һәм Сәриә Шәриповтарҙы (50 йыл) байрам менән ҡотлап, мөхәббәт символы булған ромашка гөлләмәһен бүләк иттек. Был һоҡланғыс байрамда һәр ғаиләгә ысын күңелдән татыулыҡ, именлек һәм бер-береһен аңлашып йәшәүҙәрен, ныҡлы сәләмәтлек, күтәренке кәйеф һәм бәхет теләйбеҙ! – тип хәбәр итәләр https://vk.com/club74611481 төркөмөндә.

Аҡһаҡалдарға һәм ағинәйҙәргә оҙон һәм бәрәкәтле ғүмер, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр иғтибары һәм хәстәре, бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ.

Сығанаҡ: https://vk.com/club74611481

Байназар матур ғаиләләргә бай
Байназар матур ғаиләләргә бай
Байназар матур ғаиләләргә бай
Байназар матур ғаиләләргә бай
Байназар матур ғаиләләргә бай
Байназар матур ғаиләләргә бай
Байназар матур ғаиләләргә бай
Байназар матур ғаиләләргә бай
Байназар матур ғаиләләргә бай
Байназар матур ғаиләләргә бай
Байназар матур ғаиләләргә бай
Автор:
Читайте нас