

Марсель Өлфәт улы — Һарғая ауылы егете, ә Зифа Фауарис ҡыҙы — Байназар ҡыҙы. Әлеге ваҡытта улар Яҡутияла йәшәйҙәр, балалар үҫтерәләр. Ни тиклем генә йыраҡта булмаһындар, уларҙың күңеле һәр ваҡыт тыуған яғыбыҙ, яугирҙарыбыҙ менән!
Район хакимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улы тантаналы рәүештә уларға әүҙем эшмәкәрлектәре һәм гуманитар ярҙам йыйыуға ҙур өлөш индергәндәре өсөн «МХО-ға гуманитар ярҙам өсөн» миҙалын һәм хәрби частең Рәхмәт хатын тапшырҙы.
-Аҫылбаевтар ғаиләһенә оло рәхмәтемде белдерәм, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм эштәрендә ҙур уңыштар теләйем! – ти район етәксеһе.
Ватан һағында беҙ бергә!