Йәмғиәт
8 Июля , 03:40

Сәләмәтлек поездарында хатта күсереп йөрөтмәле УЗИ аппараттары бар

Тәғәйен алғанда, 1479 кешенең ҡанында глюкоза, 1947 кешенең ҡанында холестерин кимәле, 3295 кешелә артериаль ҡан баҫымы юғары булыуы, 4152 кешенең тән ауырлығы тейешенән артыҡ булыуы асыҡланған. 1467 акцияла ҡатнашыусыла тәмәке тартыуҙың сәләмәтлегенә хәүеф менән янауы билдәләнгән.

Сәләмәтлек поездарында хатта күсереп йөрөтмәле УЗИ аппараттары барСәләмәтлек поездарында хатта күсереп йөрөтмәле УЗИ аппараттары бар
Сәләмәтлек поездарында хатта күсереп йөрөтмәле УЗИ аппараттары бар

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы медицина ярҙамын халыҡҡа яҡынайта.

Республика райондарында “Сәләмәт республика – сәләмәттөбәк” акцияһы дауам итә. Акция барған өс ай эсендә төбәк халҡы өсөн күсмә медицина ярҙамы ҙур ихтыяж менән файҙалана икәнлеген раҫлаусы мөһим күрһәткестәргә өлгәшелде.

 “Сәләмәтлек поездары” күсмә сәләмәтлек үҙәктәре, флюорографтар, маммографтар, мобиль ФАП-тар менән йыһазландырылған. Стоматология кабинеты, ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге буйынса модуль, кардиомобиль, диагностик комплекс эшкә йәлеп ителгән. Улар барыһы бергә, нигеҙҙә, “тәгәрмәсле поликлиника” хасил итә.

Республикала йәшәүселәр һаулыҡтарына ентекле күҙәтеү, тикшереүҙәр үтә, вакцина яһата, белгестәрҙән консультациялар ала һәм йоғошло булмаған хроник сирҙәрҙе иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса “Сәләмәтлек мәктәптәре”ндә уҡыу үтә ала.

Үткән аҙна аҙағына акция башынан алып белгестәр тарафынан халыҡты 97 557 ҡабул итеү үткәрелде. 21071 кеше медицина ярҙамы алды. Шул иҫәптән ойошторолған коллективтарҙан 3001 вәкил. Акция саралары 221 тораҡ пунктты үҙ эсенә алды.

Мобиль медицина бригадалары эше барышында 27073 диагностик тикшеренеү үткәрелде, шул иҫәптән:

-13433 флюорография;

-7814 маммографик тикшереү;

-5823 ультратауыш тикшеренеүе (УЗИ).

 “Сәләмәтлек поездары” тикшереүҙәре теге йәки был сиргә шикте, шулай уҡ уларҙың төп хәүеф факторҙары үҫешен мәлендә асыҡларға мөмкинлек бирә.

Тәғәйен алғанда, 1479 кешенең ҡанында глюкоза кимәле юғары булыуы, 1947 кешенең ҡанында холестерин кимәле юғары, 3295 кешелә юғары артериаль ҡан баҫымы булыуы, 4152 кешенең тән ауырлығы тейешенән артыҡ булыуы асыҡланған. 1467 акцияла ҡатнашыусыла тәмәке тартыуҙың сәләмәтлегенә хәүеф менән янауы билдәләнгән.

Акция барышында барлығы 17 271 сир асыҡланған, шуларҙан 1745 сир тәүге тапҡыр диагностикаланған. Бынан тыш, 2379 осраҡта социаль-әһәмиәтле сирҙәргә шик осраҡтары теркәлгән: яман шеш, шәкәр диабеты, юғары артериаль  ҡан баҫымы менән характерланыусы сирҙәр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, акция һигеҙенсе йыл рәттән ойошторола:

-2026 йылда “Сәләмәтлек поездары”ның эшенә күсмә стоматология комплексы ҡушылды;

-психологик һәм наркологик ярҙам күрһәтеү буйынса күсмә бригадаларҙың эше ойошторолдо;

-пациенттарға йоғошло булмаған хроник сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса “Сәләмәтлек мәктәбе” мәғлүмәт-профилактика дәрестәре үткәрелә;

-медицина колледждарының юғары курс студенттары ирекмән-медиктар һәм урта медицина персоналына ярҙамсылар сифатында эшкә йәлеп ителде;

-поездар скрининг саралары өсөн күсереп йөрөтмәле УЗИ аппараттары менән йыһазландырылған;

-шулай уҡ акцияла Башҡорт дәүләт медицина университетының профессор-преподаватель составы ла әүҙем ҡатнаша.

Быйыл “Сәләмәтлек поездары” менән тотош республика буйынса 386 тораҡ пунктты йәлеп итеү планлаштырыла. Акция 11 сентябрҙә тамамлана.

 “Сәләмәтлек поездары” сиктәрендә сәләмәлегегеҙгә тикшереү үтеү өсөн үҙегеҙ менән паспортығыҙ һәм медицина полисығыҙ ғына булыу ҙа етә. Алдан яҙылыу талап ителмәй. Ҡабул итеү “тере сират” тәртибендә бара. Сәләмәтлек поездарының эш графигы менән түбәндәге сайтта танышырға мөмкин:

https://health.bashkortostan.ru/activity/27005/

 “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сирҙәрҙе йәки хәүеф факторҙарын иртә срогында асыҡларға, төпкөл тораҡ пункттарҙа йәшәүсе халыҡ өсөн махсуслаштырылған медицина ярҙамын алыу мөмкинлеген арттырырға, шулай уҡ үҙеңдең сәләмәтлегеңә яуаплы ҡарау мәҙәниәтен булдырыуға булышлыҡ итә.

Республика медицина профилактикаһы үҙәгенең ойоштороу-методика бүлеге дәүләт бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы.

 

Сәләмәтлек поездарында хатта күсереп йөрөтмәле УЗИ аппараттары бар
Сәләмәтлек поездарында хатта күсереп йөрөтмәле УЗИ аппараттары бар
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас