

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошо тураһында белдереү яһаны.
Улар фаразынса, алдағы көндәрҙә уңайлы һауа торошо көтөлә. Ваҡыты һәм урыны менән ямғырҙар ҙа буласаҡ.
Бөгөн, 8 июлдә, 25 градусҡа ҡәҙәр эҫе вәғәҙәләйҙәр. Иртәгә, 9 июлдә, урыны менән ямғырҙар, йәшен булыуы ихтимал. Һауа температураһы +24, +27 градус буласаҡ.
Артабан көндәрҙең эҫей барыуын күҙаллайҙар. Мәҫәлән, шәмбелә +29, +30 градус көтөлә.
Әйткәндәй, кисә Өфөлә көслө борсаҡ яуған.
"Башинформ" мәғлүмәттәре файҙаланылды.