Йәмғиәт
7 Июля , 09:00

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” республика шәфҡәтлелек акцияһына старт бирҙе. Ул 1 июлдән 25 авгусҡа тиклем ойошторола.

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!
Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!

Сараның маҡсаты – әҙ тәьмин ителгән, күп балалы, ауыр тормош хәлендә ҡалған йә тулы булмаған ғаиләләрҙә үҫкән уҡыусыларға 1 сентябргә әҙерләнергә ярҙам итеү.

Канцелярия тауарҙары, яҙыу-һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары, дәфтәрҙәр, балалар ижады өсөн йыйылмалар хәйриә акцияһында ҡатнашыусыларҙан яңы килеш кенә ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт – яңы йәки һәйбәт торошта булырға тейеш.

Мәктәп кәрәк-яраҡтары «Ғаилә» район-ара үҙәктәрендә һәм уларҙың ҡала-райондарҙағы бүлексәләрендә ойошторола.

Бөрйән районындағы ғаилә хеҙмәте адресы: Иҫке Собханғол ауылы, Салауат урамы, 30-сы һанлы йорт, 8-се бүлмә.

Шәфҡәтлелек акцияһы сиктәрендә кеше хәлен аңлаған, тирә-йүндәгеләргә битараф булмағандарҙың тырышлығы менән йыл да Башҡортостанда меңләгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтелә.

Акцияның һөҙөмтәләре сентябрь башында билдәле буласаҡ. Иң әүҙем ҡатнашыусылар тураһында Бөрйән районы хакимиәтенең рәсми сайтында яҙылып барасаҡ. Бөтә мәғлүмәт менән Ғаилә үҙәгенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!
Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!
Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!
Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!
Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!
Автор:Г. Хафизова әҙерләне
Читайте нас