

Яңы уҡыу йылы башынан 1-се класҡа барыусыларҙы шәп сюрприз көтә.
Рәсәй беренселәренә өйгә эш биреүҙе рәсми рәүештә тыйҙылар.
2026/2027 уҡыу йылы башынан 1-се класҡа барасаҡ балаларға өйгә эштәр бирелмәйәсәк – уларҙы өйгә эш эшләүҙән азат иттеләр. Был хаҡта “РИА Новости” Рәсәй мәғариф министрлығының рәсми хатына һылтанма менән хәбәр итә.
Документҡа ярашлы, ҡағиҙәләрҙән беренселәргә дөйөм суммаһы 1 сәғәткә тиклем ваҡытты сарыф иткән үҙаллы эштәр биреү тураһындағы пункт алып ташланған.
ИА «Башинформ» | архив.
https://www.bashinform.ru/news/social/2026-07-07/pervoklassnikam-v-rossii-ofitsialno-zapretili-zadavat-uroki-na-dom-4658553