

Район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин райондағы ойошмалар етәкселәре һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмә ҡотлауҙарҙан башланды.
Халыҡ-ара кооперация көнө һәм Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт ҡулланыу ойошмаларын ойоштороуға 110 йыл тулыу айҡанлы тармаҡ хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде.
Кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл ҡаралды.
-Район биләмәһендәге юлдарҙы рәтләү эштәрен дауам итәбеҙ. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса һорауҙы даими контролдә тотабыҙ.
Көндәр йылытыу менән көнүҙәк мәсьәлә булып халыҡты хәүефһеҙ һыу инеү менән тәьмин итеү тора. Рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеү тыйыла. Ата-әсәләр, әгәр балаларығыҙҙың ғүмере һәм һаулығы ҡәҙерле булһа, улар менән хәүефһеҙ һыу инеү ҡағиҙәләре тураһында ныҡлап һөйләшегеҙ. Күперҙән һикереү ҡәтғи тыйылыуын аңлатығыҙ! Балаларҙы һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, үҙҙәрен генә һыу инергә ебәрмәгеҙ.
Бөрйән районындағы граждандарҙы теркәү бүлеге хеҙмәте етәксеһенең 2025 йылға эшмәкәрлеге һәм 2026 йылға пландары буйынса отчеттары ҡаралды.
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – тип хәбәр итә https://vk.com/ramilabdullinburzyan.