

Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары — Аҡбулат ауылында ҡортсолоҡ серҙәрен үҙләштерҙе.
7-8 класс уҡыусылары теориянан һуң практикаға күсте: умартасы кейемдәрен кейеп, умарталыҡ буйлап йөрөнөләр, ҡортсолоҡ, ҡорттарҙы тәрбиәләү, бал ҡорттары хаҡында бик мөһим мәғлүмәттәр алдылар һәм ҡортсоларҙың эшмәкәрлеге тураһында үҙ күҙҙәре менән күрҙеләр. “Азамат ағай ҡорттар менән эш итеүҙән алып, бал йыйыуға тиклем бөтә нескәлектәрҙе аңлатты”, тиҙәр улар.
Бындай дәрестәр белемде нығытыу ғына түгел, ә халҡыбыҙҙың боронғо һөнәренә ихтирам тәрбиәләү, уның быуындан-быуынға күсә барыуына өлөш индереү, йәш быуында ата-бабалар кәсебенә һөйөү уятыу.
Бәлки, тап Аҡбулатта үткән практик дәрестәрҙән һуң ҡайһы бер үҫмерҙәр был шөғөлгә күңел һалыр, киләсәктә төп һенәренән тыш, ғаиләһенә өҫтәмә килем сығанағы итергә теләр.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ!
https://vk.com/abdulmambet_school мәғлүмәттәре һәм фотолары файҙаланылды.