

Районда “Йәш спецназсы” профилле хәрби-патриотик йәйге палатка лагеры эш башланы. Лагерҙы асыу тантанаһында отряд командирҙары хәрби етәксегә үҙҙәренең отрядтарының йәйге смена башланыуға әҙерлеге хаҡында рапорт бирҙе. Отрядтар үҙҙәре менән таныштырҙы, девиздарын әйтте, йырҙарын башҡарҙы. Лагерь флагы күтәрелде һәм гимн яңғыраны.
Йәш илһөйәрҙәргә район хакимиәте башлығы урынбаҫары В. Вәлиева сәләм һүҙҙәрен еткерҙе. Сарала “Ағиҙел” балалар ял һәм тәрбиә лагеры етәксеһе И. Ҡулбирҙин, Бөрйән районы ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Р. Ырыҫбаев, йәштәр эштәре буйынса баш белгес Р. Иҫәнғужина, “Мәсем” клубы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Ә. Вәлиевалар ҡатнашты.
Лагерҙа 60 бала ял итәсәк. Балалар өсөн бик тығыҙ программа әҙерләнгән: аныҡ көн тәртибе, көсәйтелгән спорт күнекмәләре һәм аң-белем даирәһен киңәйтеүҙе күҙаллаған теоретик дәрестәр, башҡа төрлө саралар, осрашыуҙар ҡаралған. Лагерь 7 көн эшләйәсәк. Был көндәр балалар өсөн мауыҡтырғыс һәм онотолмаҫлыҡ булыр, яҡшы һәм яҡты тәьҫораттар ҡалдырыр, моғайын.
Балаларҙың ялдары имен һәм матур үтһен!
Сығанаҡ: https://vk.com/burzyanadm13