Йәмғиәт
2 Июля , 12:55

Район судына судья тәғәйенләнде

Район судына судья итеп Дина Олеговна Павлова тәғәйенләнде.

Район судына судья тәғәйенләндеРайон судына судья тәғәйенләнде
Район судына судья тәғәйенләнде

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Белорет район-ара суды рәйесе Осипов Владимир Николаевич хәбәр итте.

Яңы судьяны тәғәйенләүҙә район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, район прокуроры Иван Ерастов, Бөрйән Эске эштәр бүлексәһе начальнигы Хәлил Ғөбәйҙуллин, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Тимур Насыров, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры Айнур Бейембәтов, Бөрйән районы буйынса мировой суд участкаһы судьяһы Айгөл Әхмәлетдинова, Белорет район-ара судының судьяһы Зөлфиә Мостафина һәм суд хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Улар Дина Олеговнаны яңы вазифаһы менән ҡотланылар, эшендә уңыштар теләнеләр.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас