Йәмғиәт
1 Июля , 03:45

“Сәләмәтлек поездары” медицинаны халыҡҡа яҡынайта

Табиптар ауылдарға сығып ҡабул итеүҙәр барышында 156 кешелә теге йәки был сир тәүге тапҡыр асыҡланды.

“Сәләмәтлек поездары” медицинаны халыҡҡа яҡынайта“Сәләмәтлек поездары” медицинаны халыҡҡа яҡынайта
“Сәләмәтлек поездары” медицинаны халыҡҡа яҡынайта

 “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән ғәмәлгә ашырылыусы “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” тигән акция ҡыҫаларында Бөрйән район үҙәк дауаханаһы белгестәре июндең 16-һынан 26-һына тиклем Әбделмәмбәт, Байназар, Яңы Монасип, Ғәҙелгәрәй һәм Иҫке Собханғол ауылдарында “Сәләмәтлек поездары” шарттарында эшләне. Был ваҡыт арауығында беҙҙең районда йәшәүсе 750-нән артыҡ кеше медицина ярҙамы алды.

Терапевт, хирург, акушер-гинеколог, кардиолог, офтальмолог, невролог һәм педиатр халыҡты ҡабул итте. Ауылдарҙа йәшәүселәр ЭКГ, флюорография, маммография, лаборатор тикшеренеүҙәр үтеү һәм табиптарҙан консультация алыу мөмкинлегенә эйә булды.

Йәмғеһе 150-нән артыҡ флюорографик тикшеренеүҙәр үткәрелде.

Табиптар ауылдарға сығып ҡабул итеүҙәр барышында 156 кешелә теге йәки был сир тәүге тапҡыр асыҡланды. 116 кеше өҫтәмә тикшереүҙәргә йүнәлтелде һәм диспансер күҙәтеүе аҫтына алынды. 24 кешегә тәүлек әйләнәһенә эшләүсе стационар шарттарында планлы дауалау тәғәйенләнде.

Тап ошондай һандар ни өсөн профилактик күҙәтеү үтеүҙе аҙағыраҡ үтермен тип һуҙыу ярамай икәнен яҡшы күрһәтә.

Сығанаҡ: https://vk.com/burzyancrb

“Сәләмәтлек поездары” медицинаны халыҡҡа яҡынайта
“Сәләмәтлек поездары” медицинаны халыҡҡа яҡынайта
“Сәләмәтлек поездары” медицинаны халыҡҡа яҡынайта
“Сәләмәтлек поездары” медицинаны халыҡҡа яҡынайта
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас