

Уны өйрәнеү 2026-2027 уҡыу йылының икенсе яртыһынан бишенсе кластарҙа башлана.
Республиканың белем биреү учреждениеларында, тотош илдәге кеүек үк, 2026-2027 уҡыу йылының икенсе яртыһында этаплап “Рәсәйҙең рухи-әхлаҡи мәҙәниәте” («Духовно-нравственная культура России» (ДНКР) тигән яңы предмет индерелә башлай.
Рәсәй Мәғариф министрлығында яңы дисциплинаны индереүгә әҙерләк башланған да инде. Ведомство мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2026-2027 уҡыу йылында был предметты (йылына 17 сәғәт) 5-се кластар өйрәнә башлаясаҡ. 2027-2028 уҡыу йылында 6-7-се кластарҙың прогаммаһына индереләсәк (йыл һайын 34-әр сәғәт). 2028-2029 уҡыу йылынан дисциплина 5-се кластан 9-сы класҡа ҡәҙәр өйрәтеләсәк. Был предмет буйынса дәреслек тә әҙерләнә.
Уҡыусылар арҙаҡлы ватандаштарыбыҙҙың – билдәле дәүләт, йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең, ғалимдарҙың, хәрбиҙәрҙең, шулай уҡ махсус хәрби операция геройҙарының биографияһы һәм донъяға ҡараштары менән танышасаҡ.
Фото: Валерий Шахов | ИА «Башинформ»