

Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов берҙәм дәүләт имтихандарында 500 (!) балл йыйған Мәскәү ҡалаһы уҡыусыһын ҡотланы.
Екатерина Малкова Мәскәүҙәге 1409-сы мәктәптә белем алған. Быйыл ул 11-се класты тамамлаған. Уның берҙәм дәүләт имтихандарында 5 предмет буйынса максималь балдар - 500 балл йыйыуы ҙур сенсация булараҡ ҡабул ителде.
Был ғәйәт ҙур тырышлыҡ, хеҙмәт, иҫ китмәле интеллект һәм ҡаҡшамаҫ рух көсө һөҙөмтәһе. Екатерина буласаҡ сығаралыш уҡыусылары өсөн ул ифрат ҙур планка ҡуйҙы!
Екатеринаның уңышы – ябай һандар ғына түгел. Ныҡышмаллыҡ һәм сифатлы Рәсәй мәғарифы ҙур мөмкинлектар аса икәнлегенә дәлил ул. Тырышлыҡ һәм ныҡышмаллыҡ – ҙур көс.