

Яңы Монсаипта һәүәҫкәр сәхнә ветераны, МХО-ла һәләк булған яугир әсәһе Ғәлина Гүзәл Зиннур ҡыҙының күркәм юбилей кисәһе үтте.
Юбилярҙы ауыл хакимиәте башлығы И. Муллағолов, Яңы Монасип ауылы ветерандар һәм ҡатын - ҡыҙҙар советтары ағзалары, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, класташтары, туғандары ҡотланы.
Белорет ҡалаһының "Ирәмәл" халыҡ театр артистарының үҙҙәренең элекке сәхнәләш дуҫы Гүзәл Зиннур ҡыҙын матур ҡотлауҙары юбилей сараһына йәм өҫтәне.
Сығанаҡ: https://vk.com/club147982541