

Дүшәмбелә үткән сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл, Иҫке Собханғол ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре, “Инцидент-менеджмент” системаһы эшенә бәйле һорауҙар ҡаралды. Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин алып барҙы.
-Үткән аҙнала район биләмәһендә 1 төҙөлөш ҡалдыҡтарын яғыу осрағы теркәлгән. Хөрмәтле райондаштар! Көнкүрештә, тәбиғәттә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырам. Янғын хәүефһеҙлеге буйынса рейдтар барышында асыҡланған етешһеҙлектәрҙе ваҡытында бөтөрөү мотлаҡ. Йорттарға янғын иҫкәрткестәр алып ҡуйығыҙ – ул төтөндө һиҙеү менән әсе тауыш сығарып, хәүеф хаҡында белдереп, иҫкәртәсәк. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, уларға мотлаҡ рәүештә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ. Шулай уҡ ата-әсәләрҙе, ял урындарын ойоштороусыларҙы балаларға иғтибарлы булырға, йәрәхәт алыуҙы иҫкәртеү буйынса профилактик саралар күрергә саҡырам.
2026 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы дауам итә. Район газетаһы «Таң»ға, республика баҫмаларына әүҙем яҙылайыҡ!
Бөрйән районындағы “Алағуян” ойошмаһының һыу һәм йылылыҡ менән тәъмин итеү буйынса 2025 йылдағы эшмәкәрлеге һәм 2026 йылға пландары менән таныштыҡ. Белем биреү учреждениеларында төп һәм берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәләре ҡаралды.
“Инцидент-менеджмент” системаһы аша һәм социаль селтәрҙәрҙә килгән һорауҙарҙы ҡарап үттек. Халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр буйынса оператив рәүештә эшләргә, етешһеҙлектәрҙе үҙ ваҡытында бөтөрөргә тырышабыҙ.
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – тип хәбәр итә район етәксеһе.
Сығанаҡ: https://vk.com/ramilabdullinburzyan