

Бөрйән район үҙәк дауаханаһы коллективы Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы ойошторған туристик слетта ҡатнашты. Сараға йыйылған 8 команда спорт, туристик ярыштарҙа һәм команда һынауҙарында көс һынашты.
Беҙҙең район дауаханаһы командаһы берҙәмлек, сыҙамлыҡ һәм команда рухы өлгөһө күрһәтеп, ярыштар һөҙөмтәләре буйынса 8 команда араһында 3-сө урын яуланы.
Аҡ халатлыларҙы лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Киләсәктә яңы еңеүҙәр, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ энергия һәм һөнәри эшмәкәрлектәрендә лә уңыштар теләйбеҙ.
Сығанаҡ: https://vk.com/burzyancrb