

32 дәүләттән йыйылған 300-гә яҡын спортсы, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Татарстан, Башҡортостан һ. б командалар араһында 70 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында уңышлы сығыш яһап, Ғәҙел бронза миҙалға лайыҡ булды.
Районда, Башҡортостанда ғына түгел, күрше өлкәләрҙә бик күп ярыштарҙа көсөн һынап, Ғәҙел үҙенең ат спортына мөнәсәбәтен, милли этник уйындарға өҫтөнлөк биреүен йәнә лә иҫбатланы. Ат сабыштары, «Ауҙарыш», «Ылаҡ» уйынында ғына түгел, «Тәңкә алыу» бәйгеһендә лә үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте.
Ғәҙелгә сентябрь айында Ҡырғыҙ Республикаһында үтәсәк Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындарында уңышлы сығыш яһауын, киләсәктә лә ат спортын үҫтереүҙә, тергеҙеүҙә актив ҡатнашыуын, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
Һәр саҡ ярыштарға әйҙәп алып йөрөүсе Ильнар Салауатовҡа һәм Фазыл Кинйәбаевҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Бөрйән данын алыҫ Ҡырғыҙ далаларына таратып, еңеү менән ҡайт, Ғәҙел!