Йәмғиәт
30 Июня , 06:15

1 июлдән Башҡортостанда йәшәүселәргә социаль түләүҙәр арттырыла

Граждандарҙың айырым категорияларына 1 июлдән социаль түләүҙәрҙең күләмен арттыралар.

1 июлдән Башҡортостанда йәшәүселәргә социаль түләүҙәр арттырыла1 июлдән Башҡортостанда йәшәүселәргә социаль түләүҙәр арттырыла
1 июлдән Башҡортостанда йәшәүселәргә социаль түләүҙәр арттырыла

Граждандарҙың айырым категорияларына 1 июлдән социаль түләүҙәрҙең күләмен арттыралар.

Был июндә тормош статустары үҙгәргәндәргә ҡағыла. Был хаҡта Дәүләт Думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеты ағзаһы Екатерина Стенякинаның әйткәндәренә һылтанма менән ТАСС хәбәр итә.

Тәғәйен алғанда, мәҫәлән, кемгәлер тәүге тапҡыр инвалидлыҡтың 1-се төркөмөн тәғәйенләнеләр икән, пенсияға фиксацияланған түләүҙәр икеләтә арта. Шул уҡ ваҡытта бынан алда өҫтәмә тәғәйенләнгән булһа, ҡабаттан өҫтәмә иҫәпләнмәй.

Иждивениеларында 18 йәшкә тиклемге балалар йәки 23 йәшкә тиклемге көндөҙгө бүлектә уҡыусы студенттар барлыҡҡа килһә, ундай пенсионерҙарға ла өҫтәмә ҡаралған. Был осраҡта пенсияның фиксацияланған өлөшө арттырыла, уның күләме инждивениела нисә кеше булыуына бәйле.

Тармаҡтағы хеҙмәт стаждары 30 йылдан артҡан ауыл хужалығы өлкәһендә эшләүселәр пенсияларының фиксацияланған өлөшөнә 25 процент күләмендә өҫтәмә суммаға дәғүә итә алалар. Әгәр был өҫтәмә әлегә тәғәйенләнмәгән икән, Рәсәй Соцаль фондына ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Июль башына тиклем 80 йәштәре тулған пенсионерҙар өҫтәмәне автоматик рәүештә аласаҡ, ғариза биреү кәрәкмәй. Ағымдағы йылда фиксацияланған база суммаһы 9 584,69 һум тәшкил итә. 80 йәш тулғандан һуң ул икеләтә арта. Өҫтәмә рәүештә пенсионерҙы ҡарау өсөн 1413 һум 80 тин аҡса өҫтәлә. Шулай итеп, айлыҡ өҫтәмәләр тупланмаһы 11 мең һум тирәһе булып китә. Айырым төбәктәрҙә, урындағы коэффициент иҫәпкә алынып, уның суммаһы төрлө булырға мөмкин.

“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас