Йәмғиәт
29 Июнь , 03:40

Әҙерләһәң хәмер, тыныслығың кәмер

Районда контрафакт спиртлы продукцияны законһыҙ рәүештә етештереү һәм һатыу тураһында эш буйынса хөкөм ҡарары сығарылды - Белорет район-ара суды районда йәшәүсе ханымға ҡарата енәйәт эше буйынса ҡарарҙы иғлан итте.

Әҙерләһәң хәмер, тыныслығың кәмерӘҙерләһәң хәмер, тыныслығың кәмер
Әҙерләһәң хәмер, тыныслығың кәмер

Бөрйән районында контрафакт спиртлы продукцияны законһыҙ рәүештә етештереү һәм һатыу тураһында эш буйынса хөкөм ҡарары сығарылды - Белорет район-ара суды районда йәшәүсе ханымға ҡарата енәйәт эше буйынса ҡарарҙы иғлан итте.

Ул Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 238-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса (ҡулланыусыларҙың ғүмере һәм һаулығы хәүефһеҙлеге талаптарын яуап бирмәгән продукцияны етештереү, һатыу маҡсатында һаҡлау һәм һатыу) ғәйепле тип танылды.

Судта билдәләнеүенсә, ханым өй шарттарында составында спирт булған шыйыҡсаны әҙерләгән һәм уны йортонда һаҡлаған. Артабан был шыйыҡсаны аҡсаға урында йәшәүсегә һатып ебәргән.

Экспертиза һығымтаһына ярашлы, продукция өйҙә етештерелгән ҡаты спитрлы эсемлек булған. Уның составында зыянлы ҡушымталарҙың концентрацияһы юғары булыуы асыҡланған һәм эсемлек хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән.

Хөкөм ителеүсе үҙенең ғәйебен таныған. Ул элек тә ошондай уҡ ғәмәлдәр өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырылған булған.

Суд ҡатынға 180 сәғәт мәжбүри эштәр рәүешендә яза тәғәйенләне.

Сығанаҡ: https://vk.com/id569118075

Автор:
Читайте нас