Йәмғиәт
29 Июня , 13:15

“Ағиҙел” лагерында икенсе смена башланды

“Ағиҙел” тәрбиә-һауыҡтырыу лагерының икенсе сменаһы 25 июндән үҙ эшен башланы. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Венера Вәлиева һәм Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы Булат Юлмөхәмәтов лагерҙың эшмәкәрлеге менән танышты.

“Ағиҙел” лагерында икенсе смена башланды“Ағиҙел” лагерында икенсе смена башланды
“Ағиҙел” лагерында икенсе смена башланды

Эш сәфәре барышында етәкселәр лагерҙың әҙерлек кимәлен тикшерҙе, шулай уҡ бер нисә иҫкәрмә яһап, хеҙмәткәрҙәр алдына бурыстар ҡуйҙы.

Улар тышҡы тәртипкә генә түгел, ә балаларҙың ялын ойоштороу мәсьәләләренә лә иғтибар бүлде. Лагерҙы асыу тантанаһына әҙерләнгән балалар менән аралашып, уларҙың туҡланыу, йәшәү шарттары тураһында һорашты. Лагерҙағы 11 өйҙә 8 вожатый ҡарамағында 82 бала ял итә. Бөрйәндән тыш, Өфөнән, Темәстән килгән балалар бар.

Хәүефһеҙлек - ул тыныслыҡ нигеҙе. Ҡағиҙәләргә ярашлы, ата-әсәләргә 21 көнлөк смена дауамында балаларын алып ҡайтмаҫҡа, шулай уҡ тәм-томдар килтермәҫкә тейешлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Балаларға күңелле ялдар, яҡшы дуҫтар табыуҙарын теләйбеҙ!

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас