

Йәштәргә ярҙам итеүҙе, уларҙы үҫтереүҙе маҡсат итеп алған Бөрйән йәштәре берлеге ағзаһы, эвент-креатор Вилиә Ибәтуллина Нәби ауылында тыуып-үҫкән.
Өфө сәнғәт училищеһының 1-се курсын тамамлаған тырыш ҡыҙҙың был уҡыу йортон һайлауы бер ҙә осраҡлы түгел.
Вилиә бала сағынан сәнғәт һәм мәҙәниәт донъяһында ҡайнап үҫкәнгә күрә, уҡырға инеү уға бер ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған. Киләсәктә артист, уҡытыусы, музыкант һөнәренә эйә буласаҡ Вилиә башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡылҡумыҙҙа уйнай, уҡыуҙан тыш, бейеү менән шөғөлләнә, төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнай.
Командалағы әүҙем йәштәрҙең береһе, рәйес ярҙамсыһы 17 йәшлек Илгизә Йәһүҙина Өфө медицина колледжының 1-се курсын тамамлаған. Бала саҡтан медицина менән ҡыҙыҡһынған Әбделмәмбәт һылыуы киләсәктә шәфҡәт туташы буласаҡ. Илгизә бейергә ярата, спорт менән шөғөлләнә, волейбол, еңел атлетика, теннис буйынса ярыштарҙа ҡатнаша.
-Йәштәрҙе үҙебеҙҙең билдәле райондаштарыбыҙ менән таныштырыу маҡсатынан “Уңыш асҡысы” тип аталған ҡыҙыҡлы проект эшләп килә.
Тәүге осрашыу кисәһенә моңло тауышлы йырсылар Зилә һәм Хәсән Усмановтарҙы саҡырғайныҡ. Икенсе осрашыуҙа билдәле эшҡыуар, спортсы Заһир Түләбаев менән финанс грамоталылығы тураһында һөйләштек - аҡсаны дөрөҫ тотонорға, бюджетты планлаштырырға һәм уңышлы кеше кеүек фекерләргә өйрәндек, - ти Вилиә.
Асыҡ диалог форматында үткән осрашыуҙа үҙ эшеңде асыу, һөҙөмтәгә өлгәшеү, эшкә һәләтлелекте һәм һөнәри дисциплинаны һаҡлау алымдары, “хәүефһеҙлек мендәре” булдырыу, китаптар уҡыу кәрәклеге тураһында һүҙ барған. Заһир Илдус улы шәхси тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан, тәүге идеянан алып уңышлы бизнесҡа тиклемге юлын бәйән иткән.
“Мин Заһирҙы бик ҡыҙыҡһынып тыңланым, хатта ваҡыт үткәнен дә һиҙмәгәнмен. Һөйләгәндәрен төрлө хәҙистәр менән дәлилләп барыуы ҡыуандырҙы. Был осрашыу миңә үҙенсә бер мотивация булды, ғүмеремә үҙгәрештәр индерергә ошо сара ярҙам итер тип уйлайым”, - ти Яңы Усман ауылы егете, Өфө фән һәм технологиялар университетының 4-се курсын тамамлаған Заһит Ғиззәтуллин.
Вилиә Ибәтуллинаның идеяһы менән булдырылған “Майҙан” проекты төрлө сәнғәт төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреүгә йүнәлтелгән.
-Тәүге оҫталыҡ дәрестәрен районыбыҙҙың оҫта бейеүселәре - “Guzal Dance” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең кескәйҙәр составы хореографы, төп составтың репетиторы Розалина Тулыбаева һәм “Аманат” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Илфир Мөхйәров үткәргәйне. Киләһе осрашыуҙа телмәр техникаһын һәм дикцияны яҡшыртыу, тамашасыларҙың иғтибарын йәлеп итеү һәләтен арттырыу, сығыш яһағанда тулҡынланыу менән идара итеү ысулдарын үҙләштереү йәһәтенән ораторлыҡ оҫталығына өйрәнәсәкбеҙ, - тине Вилиә.
Киләсәктә Бөрйән йәштәре берлеге яңы йәштәрҙе туплап, башҡорт телен һәм йәмғиәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарын юғары кимәлгә сығарырға планлаштыра. Был, һис шикһеҙ, уларҙың лайыҡлы, үҙ йәштәштәренә өлгө, таяныс булырлыҡ, үҙ көстәренә ышанған егет-ҡыҙҙар икәнлеген дәлилләй. Йәштәрҙең эштәре дауамлы булһын!
Ә. ЮЛСУРИНА.