

“Таң” гәзитенә 2026 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу тамамланды. “Таң”ға яҙылыуҙың сағыштырмаса яҡшы барыуында уның тоғро дуҫтарының да өлөшө бар.
Мәҫәлән, эшҡыуар Зилә Насретдинова район гәзитенә яҙылыу кампанияһына йылдың-йылы үҙ өлөшөн индермәй ҡалмай. Был юлы ла ул бер кешене 6 айға һәм өс кешене өсәр айға “Таң”лы итте. Төрлө сараларға бүләктәр менән дә ярҙам итеп торған киң күңелле эшҡыуарҙың үҙенең дә эштәре уң, сауҙаһы ырамлы булһын.
Биргән ҡулда – бәрәкәт, тиҙәр.
Мин унда булған арала ғына ла Зиләнең магазинына әллә нисә кеше инеп сыҡты. Һәр кемгә матур һүҙен дә табып, тауар һайлашырға ла өлгөрөүенә һоҡланырлыҡ. Ғөмүмән, Зилә һымаҡ алсаҡ, асыҡ йөҙлө, матур һүҙле һатыусылар торған кибеттәргә инге генә килеп тора бит ул!
-“Таң”ға яҙылмай ҡалғаным юҡ. Район яңылыҡтарын шунан уҡып беләбеҙ. Ошолайтып район гәзитенең яҙмышына бәләкәй генә булһа ла өлөш индерә алыуыма бик ҡыуанам. “Таң”ды алдырайыҡ, уҡыйыҡ, - ти Зилә Хәләф ҡыҙы.