

Бер көндө редакцияға йомош менән район үҙәгендә йәшәүсе Фәйрүзә апай Мөхәмәтова килеп инде. Беҙҙең эш бүлмәһенә ингән һәр кем гөлдәрҙең күп булыуына, айырыуса ике тәҙрә араһындағы түбәгә тиклем ағас ҙурлыҡ булып үҫеп ултырған рауза гөлөнә (фотола) һоҡлана. Фәйрүзә апай ҙа был “йолаға” тоғро ҡалды:
-Ҡалай ҙур булып үҫкән бит әле ул.
-Тағы ла ҙурыраҡ булып үҫеп, бәлки, быға тиклем икенсе ҡаттың да түбәһен тишеп сығып киткән булыр ине, ҡырҡып-ботап ҡына торабыҙ, - тип яуапланым.
-Сәскә атамы?
-Эйе. Тик һирәк ата...
-Төбөнә һыу һипкән һайын аспаркам таблеткаһын ҡушып һибеп ҡарағыҙ. Эй, кешегә аҡыл өйрәткән булам, ана, минеке лә шулайтып әллә нейҙә бер атып, наҙланып ултыра ине, судҡа бирҙем мин аны... Кәрәгенә бирҙем!
-Нисек?..
Бер мәлгә генә өнһөҙ ҡалдым... Баштан әллә күпме һорауҙар үтеп китте. Бәй, хатта сәскә атмаған гөлдө лә судҡа биреп буламы икән ни? Шунан ул сәскә атамы икән?
-Шунан? Ә судҡа бирһәң, сәскә ата башлаймы?
Ҡапыл аңлап ҡалды, ахыры, апай. Көлөп ебәрҙе.
-Судҡа бирҙем тигәс тә судта эшләгән ҡыҙҙарға бирҙем...
Үәт, әй! Бына шулай, гөлдө лә судҡа биреп була икән!