

“Таң” гәзите үҙенең дуҫтары менән көслө. Матбуғатҡа яҙылыу ваҡытында был дуҫлыҡ айырыуса ҙур һынау кисерә.
Шәхси эшҡыуар Гөлфиә Григорьева ла һыналған тоғро дуҫтарыбыҙ иҫәбендә.
Берәй сара алдынан ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндә лә, подписка осоронда ла бер ваҡытта ла юҡ тигәнен ишеткәнебеҙ булманы. Магазинында һәр ваҡыт әллә ҡайҙан йылмайып, асыҡ күңел менән ҡаршы алып торған Бөрйән һылыуы был юлы ла 4 кешене район гәзитенә яҙҙырҙы!
-“Таң”ға үҙем дә яҙылмай ҡалғаным юҡ һәм уға яҙылыу осоронда йыл һайын бер-ике кешене лә яҙҙырып киләм. Гәзитте яратып уҡыйым. Киләсәктә уға яҙылыусылар ҙа, уның дуҫтары ла артһын, - ти Гөлфиә.
Ошолай кешегә ярҙамсыл, йомарт булыуы арҡаһында ла уның эштәре ыңғай ғына баралыр ул.
Ғаиләһендә лә уңған хужабикә, уҡыуҙа ла алдынғы, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем бына тигән өс ҡыҙҙың яратҡан әсәһе, ғөмүмән, тормошта тырыш, һәр саҡ яңы идеялар менән янып йәшәүсе кеше ул Гөлфиә Ғарифулла ҡыҙы.
Киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!