

Хәҙер Башҡортостанда 11 теркәлгән бренд иҫәпләнә.
Улар:
Башҡорт балы һәм Бөрйән солоҡ балы,
«Ҡорғаҙаҡ», «Ассы» һәм «Йоматау» минераль һыуҙары,
«Ҡурай» музыка ҡоралы,
Башҡорт аты,
Мансур граниты,
Башҡорт шәле,
Башҡорт балаҫы,
Башҡорт милли кейемдәре.
Башҡорт милли кейеме — ул ябай ғына кейем түгел, ә халыҡтың бай тарихын һәм күсмә тормошон сағылдырған ҡомартҡы. Унда Себер, Урал, Волга буйы, Урта Азия, Яҡын һәм Алыҫ Көнсығыш халыҡтары менән тарихи бәйләнештәр сағыла. Шулай уҡ төрлө төбәктәрҙә йәшәгән башҡорт төркөмдәренең кейем үҙенсәлектәре лә айырылып тора.
Төбәк брендтарын киң күләмдә теркәү эштәре Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенконың йөкләмәһе буйынса, РФ сенаторҙары, төбәктәр һәм Роспатент менән берлектә алып барыла. Бөгөн реестрҙа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 413 уникаль бренд теркәлгән.
Фотолар Таңһылыу Ғимранованың сәхифәһенән.