

Ауылдарҙа ҡырағай йәнлектәр төшөү осрағы башланды. Йыртҡыс хайуандарҙың, бигерәк тә айыуҙарҙың һәм бүреләрҙең, кешеләрҙән ҡурҡмай ауылдарға инеүе ҙур хәүеф тыуҙыра.
-Район хакимиәте тарафынан халыҡты хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү, айыу - бүреләрҙең һанын көйләү маҡсатында инспекторҙар, һунарсылар менән бергәлектә маҡсатлы эш алып барыла. Республиканың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығына ебәрелгән мөрәжәғәттәр ыңғай хәл ителә.
Ауыл халҡын иғтибарлы булырға саҡырам. Кис, ҡараңғы төшкәс, балаларҙың ҡарауһыҙ урамда йөрөүенә юл ҡуймағыҙ. Кешенән ҡурҡмай, йортҡа яҡын килгән ҡырағай йәнлектәрҙә ҡотороу сире булыуы ихтимал. Төлкө, йә башҡа йәнлектәрҙең ауылға килеүе тураһында урындағы инспекторға йә полицияға еткерергә кәрәк. Һаҡ булығыҙ! – ти район етәксеһе Рәмил Миңлеәхмәт улы Абдуллин.
Сығанаҡ: https://vk.com/ramilabdullinburzyan