

Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин Бөрйән районы прокуроры Иван Ерастов менән берлектә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға биреү өсөн тәғәйенләнгән шәхси йортто ҡабул итеү комиссияһы эшендә ҡатнашты.
Йорт электр һәм һыу менән тәьмин ителгән, газ үткәрелгән, раковиналар, газ плитәһе, душ кабинаһы ҡуйылған. Алдағы комиссия тикшереүендә асыҡланған етешһеҙлектәр бөтөрөлгән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса торлаҡ ҡануниәт талаптарына тап килә, тип билдәләнде.
2026 йылдың башынан етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу программаһы сиктәрендә муниципаль район хакимиәте тарафынан 4 торлаҡ һатып алынған, торлаҡ һатып алыуға 1 сертификат тапшырылған.
Сығанаҡ: https://vk.com/ramilabdullinburzyan