

Йәшел һуғанды киптермәйенсә лә, туңдырмайынса ла яҡшы һаҡлап булла.
Былай иткәндә ул һуңынан ҡыҙҙырыу өсөн дә, аштарға ҡушыу өсөн дә, төрлө эслектәргә һалыу өсөн дә бик уңайлы.
Бының өсөн 1 кг йәшел һуғанға 1 аш ҡалағы тоҙ, 100 грамм үҫемлек майы, 1 аш ҡалағы алма һеркәһе (уксус) алына.
Әҙерләү тәртибе:
Йәшел һуғанды ваҡ итеп турағыҙ.
Тоҙ, үҫемлек майы һәм алма һеркәһе өҫтәп, яҡшы итеп болғатығыҙ.
Әҙер массаны таҙа, ҡоро банкаларға тултырығыҙ.
Герметик рәүештә ябып, һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ.
Былай әҙерләнгән һуған бик яҡшы һаҡлана.
Тәме лә, хуш еҫе лә һаҡланып ҡала.
Ҡыш буйы аш-һыуға, бәлеш эслегенә, ҡыҙҙырыуға ҡулланырға мөмкин!
Сығанаҡ: https://vk.com/zian_tan