Йәмғиәт
19 Июнь , 05:20

«Сәләм, был фотола һинме әллә юҡмы?»

Бөрө районы полицияһына урында йәшәгән 46 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ул мессенджерҙа танышының аккаунтынан «Сәләм, ҡара әле, фотола һин түгелме?» тигән һүҙҙәрҙе алыуы хаҡында һөйләне.  

«Сәләм, был фотола һинме әллә юҡмы?»«Сәләм, был фотола һинме әллә юҡмы?»
«Сәләм, был фотола һинме әллә юҡмы?»

 

Текст менән бергә хәбәрҙә һылтанма ла бар, ҡыҙыҡһынған ир уға күсеп киткән. Был ваҡытта зыян күреүсенең смартфонына ниндәйҙер ҡушымта өҫтәлгән. Ир кеше быға әһәмиәт бирмәгән. 

 

Күпмелер ваҡыттан һуң ир банк иҫәбенән 25 мең һумдан ашыу аҡса күсерелеүен асыҡлаған. Шулай уҡ енәйәтселәр 70 мең һум аҡса күсерергә маташҡан, ләкин банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте был операцияны туҡтатҡан.

Автор:"Башинформ" дан тәржемә ителде.
Читайте нас