

Баҡтиһәң, улар “Шүлгән-Таш мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музей комплексында үткән һанлы пленэр ҡатнашыусылары булып сыҡты.
Бөрйәнде тәүге тапҡыр күреүсе Арсений Штейнер - художество тәнҡитсеһе, Мәскәүҙең “WA” (биҙәү һәм интерьер дизайны) журналы баш мөхәрриренең урынбаҫары, ә Сати – художник-график, Мәскәүҙә С.Г. Строганов исемендәге Рәсәй дәүләт художество-сәнәғәт университеты студенты.
-Беҙ, рәссамдар, ҡурсаулыҡта һәм ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр урынлашҡан мәмерйәлә, Тирмәнтауҙа экскурсияла булдыҡ. Ҡурсаулыҡ биләмәһендә ирекле йөрөү рөхсәт ителде. Йәшәү һәм ижад итеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Бында, айырыуса, тыныслыҡта йоҡлау оҡшай. Әле район үҙәген, матур урындарҙы ҡарарға тип килдек, - ти Арсений менән Сати.
Мәскәү ҡунаҡтары халыҡ нимә менән йәшәй, ниндәй кәсеп менән шөғөлләнә, туризмдың үҫешеүе һиҙеләме тигәнерәк төрлө һорауҙарын биреп район тормошо, кешеләре менән ҡыҙыҡһынды. “Урал батыр” эпосы тураһында һүҙ сыҡҡас, Арсений: “Беҙ нисәнсе көн “Урал батыр” тураһында ишетәбеҙ, ҡурсаулыҡ биләмәһендә Урал батырға бағышланған һуҡмаҡтар буйлап үтәбеҙ, әммә бер ерҙә лә уның китабы һатылмай булып сыҡты. Бер ниндәй сувениры ла юҡ. Районда китап магазины бармы? Теләһә ниндәй әкиәт китабы кеүек, ул бөтә ерҙә лә булырға тейеш тип уйлайым, - тип үҙ фекерен белдерҙе Арсений Штейнер.
Быйыл икенсегә ойошторолған сарала (былтыр ҙа Бөрйәндә) Мәскәүҙән, Өфөнән, Мәләүездән килгән ете художник ҡатнаша. Улар 15-нән 21 июнгә тиклем Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән сәнғәте һәм Бөрйәндең тәбиғәте темаһына һүрәттәр төшөрә.
Һанлы пленэр булғас, рәссамдар буяуҙар ярҙамында түгел, ә асыҡ һауала график планшеттар, стилустар һәм махсуслаштырылған программалар ҡулланып әҫәрҙәр ижад итә.
Сараны Рәсәй Рәссамдар ижади союзы ойоштора, ә проекттың авторы һәм кураторы Денис Мишин.
Цифрлы эштәрҙең тәүҙә онлайн-күргәҙмәһе үтәсәк, бер аҙнанан һуң Өфөлә күргәҙмәгә сығарыласаҡ.