

“Хәүефһеҙ каникулдар” - ул йыл һайын уҡыусыларҙың каникулы алдынан һәм уның ваҡытында юл-транспорт травматизмын кәметеүгә йүнәлтелгән профилактик акция.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәре Ләйсән Алтыншина юлдарҙа үҙ-үҙеңде тотоуҙың мөһим ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү маҡсатында мәктәп лагеры тәрбиәләнеүселәре менән осрашыу үткәрҙе.
Осрашыу ваҡытында тикшерелгән төп темалар:
-Йәйәүлеләр өсөн ҡағиҙәләр: юлды нисек дөрөҫ үтеү, ни өсөн машиналар йәки ҡыуаҡтар артынан юлға йүгереп сығырға ярамай һәм ҡайҙа хәүефһеҙ уйнарға мөмкин.
-Самокаттар (шул иҫәптән электр самокаттары), скейттар һәм велосипедтар менән идара итеүҙең хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре, шулай уҡ мотлаҡ һаҡланыу экипировкаһын ҡулланыу.
-Яҡтыртҡыс элементтар: ҡараңғы ваҡытта кейемдә яҡтыртҡыс элементтар ҡулланыу мөһимлеге.
-Автомобилдә хәүефһеҙлек: балаларға һәр ваҡыт ҡайышты эләктерергә кәрәклеге тураһында иҫкәртеү, ә ата-әсәләргә - кескәй пассажирҙарҙы тотоусы ҡоролмаларға ултыртыу ҡағиҙәләрен үтәү.
-Гаджеттар һәм копюшондар: юл аша сыҡҡанда наушниктар һәм смартфондар ҡулланыуҙы тыйыу, сөнки улар юл хәлдәренән иғтибарҙы ситкә йүнәлтә.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ата-әсәләрҙе балаларға өлгө булырға һәм уларҙы, бигерәк тә актив ял ваҡытында, урамда күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа саҡыра.