

Семинарҙа шулай уҡ район Советы секретаре Гүзәл Муллағолова, район хакимиәте башлығының туризм һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Зөһрә Хәйбуллина, беренсе урынбаҫары Айнур Ҡотошов, ер, мөлкәт һәм юридик мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ғәлимйән Хәйбуллин, муниципаль хеҙмәт һәм кадрҙар эше бүлеге начальнигы Марсель Ғүмәров, финанс идаралығы начальнигы урынбаҫары Ирина Салауатова һәм ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Тимер ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Ғайсин сәләмләп, ауыл, халыҡ менән башҡарылған эштәр, шулай уҡ проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары тураһында һөйләне. Мәҫәлән, ауылдарҙа киҫкен проблемаларҙың береһе булған мал көтөү Тимерҙә яҡшы ойошторолған – өй һайын сиратлап сығалар. Эскелек менән көрәшеүҙә лә яҡшы һөҙөмтәләр бар – спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан ғаиләләр хәҙер матур итеп донъя көтәләр. Сүп-сар майҙансыҡтарын да ауыл халҡы, мәҙәниәт, белем биреү ойошмалары, ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ҡарап, таҙалап торалар. МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам даими ойошторола. Ғайса Зөфәр улы ауылда халыҡтың тырыш, берҙәм булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Артабан Гүзәл Муллағолова ППМИ программаһында ҡатнашҡан ауылдарҙың документ тултырғанда ебәрелгән техник хаталары буйынса сығыш яһаны, программала ҡатнашыу буйынса кәңәштәр, тәҡдимдәр еткерелде.
Ғәлимйән Хәйбуллин ауыл хакимиәте башлыҡтарына ауылдарҙағы ташландыҡ (хужаһы юҡ йәки билдәһеҙ) күсемһеҙ мөлкәт объекттарын асыҡлау һәм муниципалитет милкенә әйләндереү буйынса эш башлау буйынса аңлатма бирҙе.
Зөһрә Хәйбуллина муниципаль хеҙмәттәр буйынса сығыш яһаны һәм рейтинг күтәреү буйынса тәҡдимдәр еткерҙе.
Марсель Ғүмәров коррупция хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү, дәүләт наградалын йүнләү, халыҡтың хоҡуҡи белемен арттырыу, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге, дини ойошмаларҙың эшмәкәрлеге буйынса сығыш яһаны.
Ауыл хакимиәттәре башлыҡтары үҙҙәрен борсоған һорауҙарын биреп, ентекле яуаптар алды.
Рәмил Миңлеәхмәт улы кәңәшмәнең тәүге өлөшөн йомғаҡлап, ошондай семинарҙарҙың тәжрибә уртаҡлашыу, кәңәшләшеү, һорауҙарға яуаптар табыу йәһәтенән отошло, һөҙөмтәле булыуын белдерҙе. Райондың ижтимағи тормошон яҡшыртыу һәм үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Тимер ауылы хакимиәте башлығы Ғайса Зөфәр улы Ғайсинға Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Сараны ауыл һәүәҫкәрҙәре концерт сығыштары менән биҙәне.
Артабан сарала ҡатнашыусылар Тимер ауылының ойошма һәм туризм объекттары менән танышты.