Йәмғиәт
18 Июнь , 09:25

Бары тик алға һәм бергә!

17-18 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы “Беренселәр хәрәкәте” менән үҙ-ара эш итеү буйынса координация советы үтә.

Беҙҙең район исеменән сарала хакимиәттең йәштәр эштәре буйынса баш белгесе Рәсилә Иҫәнғужина һәм урындағы «Беренселәр хәрәкәте» бүлексәһенең эште ойоштороу буйынса баш белгесе Азалия Үмәрова сығыш яһаған.

Бөгөн төп маҡсат - йәштәрҙе киберхәүефһеҙлекте көсәйтеү аша интернет-янауҙарҙан һаҡлау, яңы йәштәрҙе «Беренселәр хәрәкәте» проекттарына йәлеп итеү һәм төп маҡсаттарҙы аңлатҡан остаздарҙың квалификацияһын күтәреү.

Республика Башлығы Радий Хәбиров менән йәнле диалогта йәштәр сәйәсәте тармағын үҫтереүҙең төп йүнәлеше тикшерелгән.

Бары тик алға һәм бергә!
Бары тик алға һәм бергә!
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас