

Район хакимиәте башлығының сираттағы кәңәшмәһе ҡотлауҙарҙан башланды.
Бөрйән районы муниципаль районы хакимиәтенең социаль мәсьәләләр һәм торлаҡ программалары буйынса баш белгесе Сөләймәнова Нурһылыу Рамаҙан ҡыҙына Башҡортостан Республикаһының урындағы үҙидараны үҫтереү Ассоциацияһының Почет грамотаһы тапшырылды.
Кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл ҡаралды.
-Талпандарға бәйле хәл актуаль булып тора, бигерәк тә йәй көндәрендә. Һаҡ булығыҙ! Тәбиғәткә сыҡҡанда иғтибарлы булығыҙ!
2026 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы дауам итә. Башҡорт телендә сыҡҡан газета-журналдарҙың киләсәк яҙмышы халыҡ ҡулында. Районыбыҙ газетаһы «Таң»ға, республика баҫмаларына әүҙем яҙылырға саҡырам!
“Инцидент-менеджмент” системаһы аша һәм социаль селтәрҙәрҙә килгән һорауҙарҙы ҡарап үттек. Халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр буйынса оператив рәүештә эшләргә, етешһеҙлектәрҙе үҙ ваҡытында бөтөрөргә тырышабыҙ.
Район ойошмалары структураһында кадрҙар үҙгәреше булды. Район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе итеп Ғәлин Илфат Әсхәт улы, иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса Хакимиәт башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп Хәйбуллина Зөһрә Әмир ҡыҙы, режим – секрет эше буйынса сектор мөдире итеп Аҡыев Даүләтгилде Нургилде улы тәғәйенләнделәр. Коллегаларыма уңыштар теләйем һәм район халҡы мәнфәғәтенә, Бөрйән районы үҫеше өсөн бергә эшләп, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшербеҙ тип, ышанам.
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – тип хәбәр итә район етәксеһе Р. Абдуллин.
Сығанаҡ: https://vk.com/ramilabdullinburzyan