

Ошо көндәрҙә Әбйәлил юл төҙөү-ремонтлау идаралығының Бөрйән участкаһы юлсылары Яуымбай - Ҡыпсаҡ йүнәлешендә 3 көн дауамында юлдарҙы тигеҙләнеләр. Тәгәрмәсле экскаватор карьерҙан таш тейәп ултырҙы, 3 үҙбушатҡыс КамАЗ юлдың насарыраҡ урынына таш түкте. Ҙур һәм уртаса автогрейдерҙар юлды ҡырып тигеҙләһә, каток таҡҡан Т - 150 тракторы тығыҙлап, тапатып барҙы.
Һуңғы бер нисә йыл дауамында юлға әлегеләй күпләп таш түгелгәне булманы. Үҙ эшенең оҫтаһы, талапсан, юл мастеры Ноғман Теләүбаев етәкселегендәге юлсылар бригадаһы юлдың насар урындарына таш түгеп, һыу ятмаҫлыҡ итеп йомрайтып, ситенән һыу ағырға бураҙна эшләп, матур итеп тигеҙләп ҡуйҙылар. Шулай уҡ Әбделмәмбәт ауылы урамындағы тар боролошто киңәйттеләр, Әбделмәмбәт - Кордон юлының да иң насар урындарына таш түктеләр.
Урындағы халыҡтың кәңәштәрен дә иҫәпкә алып эшләгән юлсыларға Ҡыпсаҡ биләмәһе халҡы исеменән рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Гел шулай халыҡты ҡыуандырып, юлдарҙы тигеҙләп тороуығыҙҙы, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Ф. Ҡаһарманов, Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәте башлығы.
Сығанаҡ: https://vk.com/kipcak.covet