

13 июнь көнө Төлкөбай олатай вариҫтары, нәҫел ептәрен барлап, нығытыр өсөн, шәжәрә байрамына йыйылды.
Яңы Монасип ауылы зыяратында ата-олатайҙары рухына бағышлап аяттар уҡыуҙан башланған байрам артабан Айыуҙы йылғаһы буйында дауам итте. Был матур сараны үткәреүгә бер -нисә тапҡыр күк күкрәп тороп, ямғыр яуып үтеүе лә ҡамасаулай алманы. Туғандарҙың бер-береһенә тартылыуы, туғанлыҡ хистәренең көслө булыуы тәбиғәт ҡуйған һынауҙы үтергә ярҙам итте. Ямғырҙан һуң байтаҡ ҡына һыуланған, күшеккән балалар ҙа, ололар ҙа таралырға теләмәне. Байрам үҙ яйы менән дауам итте.
Республикабыҙҙа ғына түгел, Мәскәү, Себер, Татарстан тарафтарында йәшәгән Төлкөбай олатай вариҫтарының шәжәрә байрамын Венера Кәлимулла ҡыҙы асып, байрамдың маҡсатын аңлатып үтте. Артабан туғандарҙың үҙ - ара танышыуҙары башланды. Ғаиләләрҙең сығыштары музыкаль номерҙар һәм һәр кемгә атап бүләктәр биреү менән бергә барҙы. Төлкөбайҙарҙың иң олоһо тип, бөгөнгө көндә Сибайҙа йәшәүсе, йәштәрсә генә тура кәүҙәле, мөләйем йөҙлө, һәр кем менән алсаҡ аралашыусы 85 йәшлек Хәмиҙә Йосоп ҡыҙы бүләкләнһә, иң бәләкәстәр тип, быйыл ғына донъяға тыуған өс сабый билдәләнде.
Байрамдың иң тулҡынландырғыс өлөшө, моғайында, Рәмзиә Булат ҡыҙының, МХО-ла йөрөүсе аталарына бағышлап шиғыр һөйләгән 4 ейәнсәренең һәм Мәскәү ҡалаһынан килгән, русса аралашҡан 3 баланың "Шайморатов генерал" йырын рус һәм башҡорт телдәрендә йырлауҙары булғандыр. Шундай рухлы балалар үҫеп килеүен күрһәтте был сығыштар.
Ғаиләләрҙең үҙ-ара танышыуҙары, етди сығыштар, шаян мәрәкәләшеүҙ әр, күмәк уйындар, ҡойоп яуған ямғырҙан ҡайҙа етте- шунда йәшенеү - барыһы ла булды был байрамда.
Ул арала ҡаҙандарҙа ҡорбан аштары беште.
Матур үтте "Төлкөбай вариҫтары шәжәрә байрамы"
*
Тарихи документтарҙан күренеүенсә Төлкөбай олатай тураһында иң беренсе 1816 йылғы реүәз материалдарында телгә алына. Ул ваҡытта уға 58 йәш булып, 3 улы булған. Ошо яҙманан иҫәпләгәндә Төлкөбаевтар шәжәрә сылбырына 268 йыл. Уртаса һынағанда был 11 быуын тәшкил итә.
Төлкөбаевтарҙың ата- олатайҙары тарихта лайыҡлы эҙ ҡалдырғандар.
Сәғит Төлкөбаев 1817-1838 йылдар арауығында 3,
Ейәнбай Төлкөбаев - 3, Иҫәнбай Төлкөбаев 1 тапҡыр сик буйы хеҙмәтендә булғандар.
1895 йылғы тағы бер Сәғит Төлкөбаев олатай тәүге донъя һуғышында ҡатнашҡаны мәғлүм. Сәғит олатай ауылда ликбизатор ҙа була. Был турала райондың "Еңеү юлында" гәзитенән (22.01.1936) "Монасипта наҙанлыҡ бөтә" исемле мәҡәләлә яҙылған.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Сәғит Ғәле улы Белорет металлургия заводында хеҙмәт армияһында була. Фәүзиә Сәғит ҡыҙы Төлкөбаева ауылда балалар уҡыта.
Төлкөбаев Шәһишәриф Шәрәфулла улы,
Төлкөбаев Сәхиулла Йосоп улдары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар .
Төлкөбаев Кәлимулла Йосоп улы ауылдан сыҡҡан тәүге тракторсы һөнәренә эйә була.
Насип Йосоп улы үҙ заманында районда билдәле ҡурайсы булған. Ҙур сәхнәләрҙә Ғилман Сәфәрғәлин менән бергә сығыш яһап йөрөгән.
Олатаһы юлынан киткән Зилә Марат ҡыҙы Яңы Монасип мәктәбендә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биреү менән бер рәттән, уларҙың һәләттәрен үҫтереүгә лә ҙур әһәмиәт бирҙе. Уның етәкселегендә әҙерләнгән балалар йыл һайын "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү йәш сәсәндәр конкурсында урын алмай ҡалманылар.
Мин был яҙмамда беҙҙең Яңы Монасип ауылына ҡағылышлы Төлкөбаевтарҙы ғына һанап киттем.
Төрлө өлкәләрҙә эшләгән Төлкөбаевтар һәр береһе лайыҡлы хеҙмәт юлы үткәндәр. Юғары наградаларға, исемдәргә лайыҡ булғандары ла байтаҡ.
Бөгөнгө көндә лә улар төрлө тармаҡтарҙа эшләп йәшәйҙәр, донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр, ил һағында хеҙмәт итәләр.
Уларҙың быйылғы Ҙур һәм татыу ғаилә йылында ошолай туғанлыҡ ептәрен нығытып ҡуйыуҙары маҡтауға лайыҡ.
Һау, сәләмәт булып, тағы ла осрашырға яҙһын.
Сығанаҡ: https://vk.com/club147982541