Йәмғиәт
15 Июня , 10:17

Тәбиғәттең таҙалығы үҙебеҙҙең ҡулда

Йәмәғәтселектең иғтибарын экология проблемаларына йәлеп итеү, тирә-яҡ мөхиттең таҙалығын һаҡлау маҡсатында республикала күп төрлө саралар, акциялар ойошторола. Был йәһәттән Башҡортостан Рәсәй буйынса экологик лидерҙар рәтендә. Уҙған йылда тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән 20 меңдән ашыу сарала 4 миллиондан артыҡ кеше ҡатнашҡан. 

Тәбиғәттең таҙалығы үҙебеҙҙең ҡулдаТәбиғәттең таҙалығы үҙебеҙҙең ҡулда
Тәбиғәттең таҙалығы үҙебеҙҙең ҡулда

Экологик акцияларға район халҡы ла дәррәү ҡушыла. Тәбиғәтте һаҡлау, киләһе быуынға еткереү маҡсатында ойошторолған “Йәшел Башҡортостан”, “Хәтер баҡсаһы” акциялары гөрләп үтә. Уҙған йылда районда 12 меңдән артыҡ төп ағас-ҡыуаҡтар ултыртылған.

Шулай уҡ үҙебеҙҙең районға ғына хас саралар ҙа булдырылған. Мәҫәлән, йылына ике тапҡыр үткән “Таҙа Ағиҙел” акцияһында 2025 йылда 2 меңдән ашыу кеше ҡатнашып, йылға ярҙарын 4 тонна самаһы сүп-сарҙан таҙартҡан. Унан тыш, даими рәүештә “Таҙа юл сите”, “Таҙа йома” акциялары үтә. Әйткәндәй, быйыл районда тағы бер акция – “Таҙа Бөрйән өсөн” старт аласаҡ. Уның сиктәрендә йылға буйлап ағыу турҙары ойоштороусы туроператорҙар үҙҙәре йөрөгән маршрутты ҡыйҙан таҙартасаҡ.

Башҡортостанда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар эшмәкәрлеген 4 төбәк операторы алып бара. Коммуналь ҡалдыҡтар планға ярашлы сығарылһын өсөн уҙған йылда 32 махсус техника алынған. Йәшәгән урыныбыҙҙың таҙалығын тәьмин итеүҙә “Эко-сити” төбәк операторы ҙур роль уйнай.

Районда был ойошманың эшмәкәрлеген 2 менеджер – физик шәхестәр менән Марина Кудрявцева, юридик шәхестәр менән Зөлфирә Неретина алып бара. 

-“Эко-сити” ойошмаһы тик сүп-сарҙы алып сығыуға яуаплы, ә контейнерҙар өсөн майҙансыҡтар булдырыу, ҡуйыу район, ауыл биләмәһе хакимиәте һәм ҡулланыусы (шәхси эшҡыуар йәки ойошма) тарафынан башҡарыла. Был йәһәттән беҙҙә тәртип – ауылдарҙа халыҡ һанына ярашлы контейнерҙар ҡуйылған, ә район үҙәгендә хатта тейешле норманан артыҡ. Ҙур һатыу нөктәләре тотҡан шәхси эшҡыуарҙар ҙа был мәсьәләгә етди ҡараны, күптәрендә контейнерҙар бар. Уларҙан сүп-сарҙы алыу шәхси эшҡыуарҙың мөрәжәғәте буйынса йә аҙнаһына бер, йә айына ике тапҡыр ойошторола. Район үҙәгендәге контейнерҙарҙың сүп-сарын көн һайын, ә ауылдарҙа график буйынса алып китәләр.

“Эко-сити” төбәк операторы тик техника менән тәьмин итә, водителдәр икенсе ойошманан. Шуға ла ҡыш юлдар тайғалаҡ, ә яҙлы-көҙлө бысраҡ ваҡытта ҡытыршылыҡтар килеп сыға. Үҙ эшен намыҫлы үтәмәгән водителдәр ҙә бар. Был мәсьәлә буйынса көрәш бара.

Водителдәр махсус планшет менән йөрөй – уларҙа ҡайҙан, нисә контейнерҙы бушатыу тураһында мәғлүмәт күрһәтелә һәм бер контейнерҙы бушатыуға 2 минут ваҡыт бирелә. Былар барыһы ла компьютерҙа махсус программала күренә бара. Шулай уҡ контейнерҙы алғанға тиклем һәм бушатҡандан һуң фотоға төшөрәләр.

Райондың, ауылдарҙың матурлығы, таҙа булыуы һәр кемгә бәйле. Күптәр сүп-сарҙы ташларға балаларҙы ебәрәләр, ә контейнерҙарҙың ҡапҡастары ауыр булыу сәбәпле, бала ҡыйлы пакетты һауыттың эсенә ташлай алмай, ситенә ултырта. Уны йә эт-бесәй, йә малдар туҙҙырып китә. Бына шул ситтә ултырған сүп-сарҙы алыу, туҙғандарын йыйыу хеҙмәткәрҙәрҙең йөкләмәһенә инмәй, сөнки уларҙың ваҡыты сикле. Бының менән ауыл биләмәһе хакимиәте шөғөлләнә.

Шулай уҡ махсус техникаға утын, ағас, төҙөлөш материалдары тейәлмәй. Ә бына иҫке ултырғыс, тәҙрә рамдарын, шкафтарҙы, диван, креслоларҙы мөмкин тиклем һүтеп, контейнерҙарҙың эргәһенә ҡуйһалар, уларҙы алып китәләр. Боҙолған һыуытҡыс, кер йыуыу машиналарын да тейәйҙәр, телевизор, монитор, техникаларҙың тәгәрмәстәрен алмайҙар. Уларға айырым контейнер булырға тейеш. Лампочка, батарейкалар өсөн район үҙәгендә бер нисә урында ҡыҙғылт-һары төҫтә махсус контейнерҙар ҡуйылған, - тип ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы алыу тәртибе менән таныштырҙы Зөлфирә Рафаэль ҡыҙы.     

Районда йәмғеһе 155 сүп-сар майҙансығында 566 контейнер ҡуйылған.

Республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһын артабан үҫтереү - сүп-сарҙы айырым категориялар менән йыйыу һәм һәр муниципаль районда һәм ҡалала уларҙы ҡабул итеү пункттарын булдырыу күҙаллана. Бөгөнгө көндә 45 муниципаль берәмектә икенсел ресурстарҙы ҡабул итеү пункттары бар. Ағымдағы йылда 26 муниципаль берәмектә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн урындар булдырыу планлаштырыла.

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас