

Яуап ысынлап та күп булды! 30-ға яҡын бланк йыйылды, ә бер аҙна эсендә ауыл халҡынан 160-тан ашыу тәҡдим килде! Был кешеләрҙең тыуған яғының үҫешендә ҡатнашыуы ни тиклем мөһим икәнлеген һәм уларҙың район һәм республика киләсәге тураһында нисек уйлауын асыҡ күрһәтә.
Инициативаны ике ысул менән тапшырырға мөмкин:
- Онлайн — NP.ER.RU сайтында
- Офлайн — Бөрйән районындағы «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең урындағы бүлегендә анкета тултырып.
Ҡайһы ваҡыт бер идея урамдың, ауылдың йәки микрорайондың проблемаһын хәл итергә мөмкин.
#ЕстьРезультат #НароднаяПрограмма #ЕРРБ