Йәмғиәт
11 Июня , 10:50

Миграция хеҙмәте тәртип һәм именлек һағында

Миграция хеҙмәте - дәүләттең мөһим һәм яуаплы структураларының береһе. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһенең миграция пункты халыҡҡа дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүсе, шәхси мәғлүмәттәрҙең һаҡланышын, документтарҙы рәсмиләштереү процесында законлылыҡты тәьмин итеүсе мөһим звено. Миграция пункты белгестәре халыҡҡа кәрәкле мәғлүмәтте, документтарҙы әҙерләп бирергә, уларҙы йүнләү тәртибен аңлатырға һәм ҡыйынлыҡтар тыуғанда ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер.

Миграция хеҙмәте тәртип һәм именлек һағындаМиграция хеҙмәте тәртип һәм именлек һағында
Миграция хеҙмәте тәртип һәм именлек һағында

Полицияның өлкән лейтенанты Гүзәл Ғарифуллина полиция бүлегендә 2010 йылдан алып эшләй. Тырыш, үҙ эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәр 2019 йылдан миграция пункты начальнигы итеп тәғәйенләнә. Уның етәкселегендәге паспорттар менән эш итеүсе белгес-эксперт Ләйсән Сөләймәнова һәм теркәү эштәре менән мәшғүл инспектор Нурия Әлмөхәмәтова үҙ эштәрен намыҫ менән башҡаралар.

Миграция пунктының эшмәкәрлеге төп ике йүнәлеште үҙ эсенә ала – миграция белгестәре РФ граждандарына паспорт биреү һәм йәшәү урыны буйынса теркәү һәм иҫәптән төшөрөү эштәрен башҡара.

Унан тыш, сит ил граждандарының миграция иҫәбе менән бәйле эштәрҙе алып бара, йәғни районға йәшәргә килгән сит ил кешеләренең документтарын тикшереү, гражданлыҡ биреү, теркәү, йәшәйәсәк өйҙәрен ҡарау, шулай уҡ эшләргә килгән осраҡтарында рөхсәт ҡағыҙҙарын тикшереү, тейешле килешеүҙәрҙе рәсмиләштереү хеҙмәттәрен күрһәтә. Был процесс тәртипте һаҡларға, законһыҙ миграцияға юл ҡуймаҫҡа ярҙам итә.

-Районға йәшәргә килгән сит ил гражданы 3 көн эсендә  теркәү үтергә тейеш. Әгәр ҙә эшкә килһә, шул уҡ көндә хәбәр итергә бурыслы. Тейешле рөхсәтһеҙ сит ил граждандарын хеҙмәт эшмәкәрлегенә йәлеп иткән өсөн, шулай уҡ эшкә урынлашҡан йәки йәшәгән урын хаҡында ялған мәғлүмәттәр биргән өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған. Был мәсьәлә буйынса һорауҙар булһа, 3-65-80 телефон номеры аша белешеп, тулы мәғлүмәт алырға була. Беҙ барыһын да яҡшылап аңлатабыҙ, - ти Гүзәл Ғарифуллина.

Йәнә миграция пунктында адрес-белешмә алыу мөмкинлеге бар. Был хеҙмәт кеше өйөн (фатирын) һатҡан, эшкә урынлашҡан ваҡытта талап ителә. Шулай уҡ был белешмәләр күберәген “Эко-сити” кеүек коммуналь хеҙмәттәр менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн кәрәк.

Кешеләрҙең иң төп документтары менән эш итеү оло яуаплылыҡ икәнен яҡшы аңлаған миграция хеҙмәткәрҙәре 20, 45 йәш тулғандан һуң паспортты яңыртыу хаҡында онотмаһындар ине тигән теләктә. Бының өсөн закон менән 90 көн бирелгән. Ә фамилия алыштырғандан (никах, айырылышыу) һуң паспортты бер ай эсендә яңыртыу мотлаҡ. Быйыл районда ошо срок эсендә төп документтарын йүнләмәгән 9 кешегә протокол төҙөлгән. Уның штрафы 2 мең һумдан 5 меңгә тиклем.

-Әйткәндәй, хәҙер күп хеҙмәттәрҙе интернет аша ла хәл итергә мөмкин. Мәҫәлән, яңы тыуған сабыйына гражданлыҡ йүнләү өсөн әсә кешегә хеҙмәткәр менән шәхсән осрашыу мотлаҡ түгел. Электрон вариантта әҙерләнгән документ та ғәмәлдә була.

Паспорт алыу процесы ла ябай - “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша мөрәжәғәт итеүсе ғариза ебәреп, дәүләт пошлинаһын түләп ҡуйһа, эш күпкә тиҙерәк тә, еңелерәк тә барасаҡ, фото һәм паспорт (тыуыу тураһында таныҡлыҡ) килтерергә генә ҡала, - ти Гүзәл Шамил ҡыҙы.

Киләсәктә лә миграция хеҙмәтенең эше районда тыныслыҡты һәм именлекте нығытыуға хеҙмәт итһен.

 

Миграция хеҙмәте тәртип һәм именлек һағында
Миграция хеҙмәте тәртип һәм именлек һағында
Миграция хеҙмәте тәртип һәм именлек һағында
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас